Һалдат булыу - изге бурыс

Һалдат булыу - изге бурыс 21.04.2015

Әбйәлил районының хәрби комиссариаты яҙғы саҡырылыш кампанияһын теүәл үтәй.

Йыл һайын төбәктән 250-нән ашыу егет әрме сафына алына. Башлыса улар элиталы ғәскәрҙәргә тәғәйенләнә. Әйткәндәй, егеттәрҙең күбеһе «В» һәм «С» категориялы водитель таныҡлығына эйә булыуы отошло. Хәрби хеҙмәткә алынған йәш яҡташтарыбыҙ сыҙамлы, ҡыйыулығы менән алдыра, ти төбәк комиссариаты хеҙмәткәрҙәре. Быны хәрби часть командованиеһы тарафынан яҙылған Рәхмәт хаттары ла дәлилләй.
Ғөмүмән, республика хәрби хеҙмәткә саҡырыу кампанияларын ойоштороу буйынса Рәсәйҙә гел алдынғы урында килә. Башҡа төбәктәргә ҡарағанда, Башҡортостан Рәсәй Армияһын кадрҙар менән күберәк тәьмин итә. Быйыл да апрель башынан алып 5 мең 200-ҙән ашыу егет әрме сафына алынсаҡ, ти хәбәр итә Республика хәрби комиссариаты. Уларҙың өс меңдән ашыуы ҡоро ер ғәскәрҙәренә, 400-гә яҡыны хәрби-һауа көстәренә, шулай уҡ 500-ләп егет хәрби-диңгеҙ флотына ебәреләсәк. Бынан тыш, егеттәр стратегик әһәмиәттәге ракета, һауа-десант ғәскәрҙәренә лә, Эске эштәр министрлығына  ла алынасаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку