Һалдат билдәһеҙ булмай

Һалдат билдәһеҙ  булмай 22.02.2016

Дыуан районының эҙәрмәндәр отряды Бөйөк Ватан һуғышында хәбәрһеҙ юғалған 64 шәхестең исемен асыҡланы. Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан үткән сарала яҡындарына яугирҙың архив документтары тапшырылды.

Берҙән-бер үкенес был хәбәрҙе әсәһенең ишетмәй китеүе. Ғәйфулла Абдуллин бөгөн шатлыҡлы ла, бер үк ваҡытта ҡайғылы ла ваҡиғанан бер аҙ ҡаушап ҡалды. Бөгөнгө көнгәсә хәбәрһеҙ юғалғандар исемлегендә булған әсәһенең ағаһы Әкрәм Йәркәевтың хәҙер, ҡайҙа ятып ҡалғанлығы билдәле.
Дыуан районының эҙәрмәндәр отряды Бөйөк Ватан һуғышында хәбәрһеҙ юғалған 64 яҡташының исемен тыуған яғына алып ҡайтты. Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан ойошторолған сара сиктәрендә, яугирҙың туғандарына архив документтар тапшырылды. Һалдаттарҙың яҡындары хатта, ҡайҙа ятып ҡалғанынан бигерәк, ниндәй орден-миҙалдар менән бүләкләнгәнен дә тап бөгөн белде.
Михаил Чигвинцев, эҙәрмәндәр отряды командиры: «Беҙ шәхестең исемен асыҡлау өсөн  эҙләнеү эштәрен төрлө яҡлап алып барҙыҡ. Яҡташтарыбыҙҙың күбеһе фронтҡа Силәбе өлкәһенең Златоуст, Куса ҡалаларынан  киткән. Шуға ла отряд ағзаларына күрше төбәктең архив материалдарын өйрәнергә лә тура килде. 64 яҡташыбыҙҙың исеме асыҡланды. Уларҙың күбеһенең батырлығы үҙҙәре һәләк булғандан һуң  баһаланған».
Дыуан районынан фронтҡа  8 меңдән ашыу кеше алына. Уларҙың күбеһе яу яланында башын һала, хәбәрһеҙ юғала. Әйткәндәй, былтыр «Хәтер вахтаһы» проекты буйынса Башҡортостандан Бөйөк Ватан һуғышында хәбәрһеҙ юғалған 5 мең һалдаттың шәхесе асыҡланған. Был тәңгәлдә әле лә эш тынмаған. Республикала яугирҙарға ҡағылышлы документтарҙың күсермәһе электрон архивҡа туплана.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика