Алдағы йылдан Рәсәйҙә 31 декабрҙең ял көнө тип иғлан ителеүе ихтимал

Алдағы йылдан Рәсәйҙә 31 декабрҙең  ял көнө тип иғлан ителеүе ихтимал 26.12.2014

Рәсәй Йәмәғәт палатаһының граждандарҙы социаль яҡлау һәм тормош сифаты буйынса комиссияһы ағзаһы Солтан Хамзаев илдең Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығына һәм Дәүләт Думаһына ошондай тәҡдим менән мөрәжәғәт итмәксе.  Дәүләт Думаһында был фекер хупланған да инде. Әммә ҡануни үҙгәрештәрҙе киләһе Яңы йылда ғына индерергә мөмкин.

Йәмәғәт палатаһы ағзаһы фекеренсә, 31 декабрь һөҙөмтәһеҙ эш көнө һәм   ғаиләһе менән өйҙә булыу урынына, ғәҙәттә рәсәйлеләр был көндөң яртыһын эш урынында, ҡалғанын  юлда уҙғара. Солтан Хамзаев был көндөң ялын оҙайлы ғинуар каникулдарын ҡыҫҡартыу иҫәбенә ойошторорға тәҡдим итә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку