Ҡала-яны электричкалары үҙ маршруттары буйынса хәрәкәт итеүен дауам итәсәк

Ҡала-яны электричкалары үҙ маршруттары буйынса хәрәкәт итеүен дауам итәсәк 25.08.2014

Был турала  республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетында белдерҙеләр.

Быға тиклем киң мәғлүмәт сараларында төбәктең Рәсәй тимер юлдарына 1 миллиард һумдан ашыу бурысы булыу сәбәпле пассажирҙарҙы ташыу күләме аҙайтыласаҡ тигән мәғлүмәт сыҡҡайны. Әммә комитетта был яңылыҡты инҡар иттеләр. Электричка билеттары хаҡын өлөшләтә дәүләт ҡаплай һәм был бурысын ул тулы күләмдә үтәй. Бынан тыш, дәүләт комитеты маршрут селтәрҙәрен кәметергә түгел, арттырырға ниәтләй.
Олег Гилев, Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетының бүлек етәксеһе: «Ҡала яны электричкалары йылына ғына 88 даими маршрутта 4 миллиондан ашыу кешене хеҙмәтләндерә. Транспорт хәрәкәте тәьминәте өсөн дәүләт ҡаҙнаһынан 500 миллион һум күләмендә аҡса бүленде һәм бер ойошма алдында ла төбәктең бурысы юҡ. Йәйге осорҙа һәм киләсәктә лә маршруттарҙы ҡыҫҡартыу һорауы тормай».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку