Ҡала урамында яңғыҙ ҡалған

Ҡала урамында яңғыҙ ҡалған 14.07.2014

Өфөнөң Сочи урамында ҡараусыһыҙ ҡалған сабый табылды. Ярһып илаған өс йәшлек малайҙы күреүселәр уны туҡтатып полиция бүлегенә оҙата. Фаразланыуынса, ул Ағиҙел буйында ял иткән өлкәндәрҙән айырылып киткән. Әсә кеше  балаһын эҙләп тә ҡарамаған. Хәҙер, битарафлығы өсөн уны яуаплылыҡҡа тарттырыуҙары ла ихтимал.

Йөҙөндә ҡурҡыу сағылған бәләкәй Стастың фотоһүрәте глобаль  селтәрҙе йәшен тиҙлегендә урап сыға. Сабыйҙың ҡайғыһына битараф булмаусылар  баланың әсәһен табыу өсөн  көсөн туплай. Стасты өйөнә, яҡындарына янынан  ҡайтарыу өсөн иң ҙур өлөштә Айгөл Хәмиҙуллина индерә.
Урам буйлап үкһеп илап йөрәгән баланы автомобилдә уҙып барыусы Айгөл күреп ҡала. Ҡыҙ шунда уҡ туҡтап балаға ярҙам итә, уның кем икәнлеген, ни өсөн урамда бер үҙе йөрөүен асыҡларға тырыша. Малай үҙенең исемен генә әйтә, ул хатта ҡайҙа йәшәгәнен дә белмәй. Баланың ҡайҙан килеүен, ни тиклем ара үткәнен хәҙер бер кем дә әйтә алмай, Айгөл хәтерләүенсә, ул бик йонсоған була.
Малай көнө буйы бер нимә лә ашаманым тип тә әйтә, Айгөл бала менән яҡын тирәләге йорт-ихаталарҙы урап сыға, ләкин бәләкәстең ата-әсәһен йәки уны таныусы бер кемде лә осратмай. Аҙаҡ иһә ул полиция бүлегенә мөрәжәғәт итә.
Айгөл Хәмиҙуллина, баланы табыусы: «Полиция бүлегендә лә баланың шәхесен  асыҡлай алманыҡ. Ул теркәүҙә лә тормай ине. Һуңынан бәлиғ булмағандар  эштәре инспекторы менән Стас табылған урынға яңынан юлландыҡ».
Был юлы улар баланы таныған егетте осраталар, ул Стастың әсәһе иҫерек булыуы тураһында  әйтә. Асыҡланыуынса, өс бала әсәһе Ирина Краснощекова полиция хеҙмәткәрҙәренең дә иғтибар үҙәгендә.  
Тимур Чанышев, Өфө ҡалаһы буйынса эске эштәр бүлегенең матбуғат хеҙмәткәре: «Яуапһыҙ әсә менән әңгәмәнән һуң малай дуҫы менән урамға сыҡҡаны асыҡлана. Ирина әйтеүенсә, ул балаһын эҙләп ҡараған, ләкин таба алмаған. Хәҙер ҡатынды административ  яуаплылыҡҡа тарттырыу өсөн тикшереү бара».
Хәҙер инде әсәһен тапҡан малай беҙҙең менән аралашырға теләмәне. Ә интернет селтәрендә осраҡ буйынса ҡыҙыу бәхәс дауам итә. Күңел асыуҙы балаларынан өҫтөн ҡуйған ханымды әсәлек хоҡуғынан мәхрүм итергә кәрәк тиеүселәр ҙә бар. Ләкин күптәр был осраҡ уны аҡылға ултыртыр,  тип ышана.
Илфат Кинйәбаев

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку