Ҡала урамдарындағы саманан тыш үкергән мотор тауыштарына зарлана халыҡ. Аҙна яңылыҡтары

Ҡала урамдарындағы саманан тыш үкергән мотор тауыштарына зарлана халыҡ. Аҙна яңылыҡтары 22.05.2016

Автомобилдәргә түгел, тиҙлектең үҙе менән ҡыуышҡан мотоциклистарға. Ике тәгәрмәсле транспортта  йөрөүселәр бит беҙҙә тыныс ҡына йөрөй алмай. Үҙен күрһәтергә, маһайырға, уҙышырға, моторҙы аҡыртырға кәрәк. Илдең ҡайһы бер ҡалалары был тауыштан тамам ялҡып закон нигеҙендә мотолциклдарҙа төндә йөрөүҙе бөтөнләй тыйырға ҡарар иткән. Өфө был башланғысҡа ҡушылырмы?

Азатлыҡ, тиҙлек һәм адреналин. Был тойғолар артынан ҡыуып ике тәгәрмәсле тимер атҡа атланыусы юл хәрәкәтенең башҡа ҡатнашыусылары, ҡағиҙәләр, ҡала халҡының тыныслығы  тураһында ла онота.  Мотоцикл юл ситендә йәшәүселәрҙең йәйге баш бәләһенә әйләнә.
Көслө мотор тауыштары Октябрь проспектына яҡын йәшәүселәрҙе борсой. Ҡала советы алдындағы майҙан мотоһәүәҫкәрҙәрҙең яратҡан йыйылыу урыны, ғәҙәттә, байкерҙар бында кистәрен осраша, шуға ла геүләү төндә лә тынмай.
Һәр мотоциклды ла көслө тауыш сығара тип әйтеү дөрөҫ түгел. Уны етештереүселәр моторҙың геүләүен баҫыу өсөн яңынан-яңы ҡоролмалар уйлап таба. Заводтан сыҡҡан килеш һаҡланған мотоциклдар ҙа тауыш нормаларын арттырмай.
Ҡолаҡ тондорғос тауышты  конструкцияһына үҙгәрештәр индергән транспорт саралары сығара. Быны мотоцикл хужалары аңлы рәүештә эшләй. Улар әйтеүенсә, глушителдәрҙе  алмаштырыу двигатель ҡеүәтен арттыра, өҫтәүенә,  көслө тауыш  хәүефһеҙлек өсөн дә  ҡулай.
Бындай тауышты ишетеү автоһәүәҫкәргә эргәлә мотоцикл булыуы тураһында хәбәр итә, ти байкерҙар. Бер-икене газ тотҡаһын тартҡылап алдыңмы, башҡа водителдәр ҙә, йәйәүлеләр ҙә һиҫкәнеп китә. Ләкин барыһы ла тап хәүефһеҙлек өсөн мотоциклын аҡырта тип әйтеп булмай. Ҡайһы бер байкерҙар үҙенә йәмәғәтселек иғтибарын йәлеп итеү, маһайыу өсөн дә көслө тауыш сығарып йөрөй.  Был автомобилистарға ла ҡағыла.
Байкерҙар нисек кенә аҡланмаһын, халыҡ бының менән килешергә теләмәй. Законға ярашлы, төндә шауларға ярамай. Мотоциклдарҙа йөрөүселәргә лә был ҡағиҙә берҙәй тигеҙ ҡағыла.  
Шулай ҙа хоҡуҡи документтарҙа тап  мотоциклға ҡағылышлы ғына  махсус сикләү юҡ. Тап шуның өсөн дә илдең ҡайһы бер ҡалаларында йәшәүселәр эңер төшкәс мотоциклда йөрөүҙе бөтөнләй тыйырға тәҡдим итә. Быға ирешеүселәр ҙә бар, мәҫәлән, 11 майҙан Новокузнецк байкерҙары ҡаланың үҙәк урамдары буйлап иртәнге 7-нән киске 9-ға тиклем генә йөрөй ала. Екатеринбург мэры ла ошондай уҡ сикләү индереүҙе тәҡдим итә. Сит илдәрҙә был тәжрибә күптән бар.
Өфө был башланғысҡа ҡушылырмы, юҡмы депутаттар ҡарамағында. Әле иһә төнгө тынлыҡты боҙоусылар менән хәленән килгәнсә юл-патруль хеҙмәте көрәшә.
Нимәнелер сикләү алдынан әлбиттә, альтернатива тәҡдим итеү урынлы. Әгәр ҙә кис мотоцикл хәрәкәтенә сикләү индерелһә, улар өсөн айырым юлдар бүлеү ҙә яҡшы булыр ине. Махсус тректар, тиҙлек һанап ҡарау өсөн полигондар булһа, моғайын, улар мегаполис эсендә ҡыуышып, шау-шыу күтәрмәҫ ине, тигән ышаныс бар.
Ләкин  әлегә мотоһәүәҫкәрҙәр  Октябрь проспекты буйлап елдереүен дауам итә. Ҡала халҡына иһә йә тәҙрәләрҙе ябып, йә ҡолаҡҡа мамыҡ тығып йоҡлауҙан башҡа сара ҡалмай.  

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика