Ҡала мөхитендә башҡорт телен һаҡлап ҡалыу

Ҡала мөхитендә башҡорт телен һаҡлап ҡалыу 01.07.2016

Бөгөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитетында ошо мәсьәләгә арналған түңәрәк өҫтәл үтте.

Сараға билдәле ғалимдар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, уҡытыусылар, ата-әсәләр саҡырылды. Бөгөнгө глобалләштереү шарттарында телде һаҡлау мәсьәләһе көнүҙәк, йәштәр араһында  үҙенең туған телен белмәйенсә сит телдәргә өҫтөнлөк биреүселәр күбәйеүгә бара. Ә был күренеш үҙ сиратында быуындар күсәгилешлеген юғалтыуға,  тарихи тамырҙарҙы ҡоротоуға килтерә. Түңәрәк өҫтәлдә билдәләнеүенсә, телгә һөйөү ғаиләлә һалына, шуға йәш парҙар менән эшләү мотлаҡ, эште мәктәпкә генә япһарып ҡуйырға ярамай тип билдәләнде.  Өлсәйҙәр мәктәбен нығытыу ҙа үҙ һөҙөмтәһен бирер ине, сөнки эшләп йөрөгән йәштәрҙең тәрбиә эшенә ваҡыты аҙ ҡала, һөҙөмтәлә  бала тирә-яҡ мөхит йоғонтоһона бирелә. Ҡоролтай ағзалары киләсәктә эште йәнләндереү маҡсатында "Башҡортостан" гәзитендә махсус ҡушымта ла сығарырға ниәтләй.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика