Ҡала үҙәгендәге уңайһыҙлыҡтар

Ҡала үҙәгендәге  уңайһыҙлыҡтар 25.02.2016

Благовещендан Сираевтар ғаиләһе беҙҙең редакцияға ярҙам һорап мөрәжәғәт итте. Ленин урамы, 58-се йортта йәшәү өсөн шарттар юҡ. Авария хәлендә тип танылған торлаҡ  2017 йылда ғына һүтелергә тейеш.

«Йортҡа һыу үткәрелгән дә бит, канализацияһыҙ йонсойбоҙ»,- тип борсола Рәлиә Сираева. бында кер йыуыу түгел, һауыт-һаба сайҡатыу ҙа мең мәшәҡәткә әйләнгән. Ҡыйынлыҡтар былтыр йәй башлана. Ҡала хакимиәте етәкселеге ҡушыуы буйынса канализация соҡорон күмеп китәләр, һөҙөмтәлә - йорттан урамға тиклем һуҙылған торбалар эшлектән сыға. Хәҙер өй эсенә инерлек тә түгел, торбаларҙан насар еҫ килә.
Элек был бинала балалар баҡсаһы урынлашҡан була. 1998 йылда ул эшсе ғаиләләргә тапшырыла, әлегә йорт туғыҙ фатирға бүленгән. Хужалары Сираевтар кеүек үк уңайһыҙ шарттарҙа йәшәй. Бәҙрәф - урамда. Йорттағы бысраҡ һыу ишек алдына түгелә.
Ленин урамы, 58-се йортта йәшәүселәрҙең теләге бер - йортҡа барлыҡ коммуникацияларҙы ла тоташтырырға, соҡорҙо кире ҡаҙырға кәрәк. Тик ҡала хакимиәтенән бедереүҙәренсә, элек йорт хужалары канализация соҡоро менән рөхсәтһеҙ ҡулланған, водоканал менән килешеү төҙөлмәгән була. Әммә фатир хужалары коммуналь хеҙмәт өсөн ваҡытында иҫәпләшкән.
Ҡала биләмәһе хакимиәтенән белдереүҙәренсә, урындағы халыҡтан тап ошо канализация соҡорона бәйле  ялыуҙар күп килә. Барыһы ла ҡәтғи сара күреүҙе талап итә.
Рөстәм Баҙыҡшанов, Благовещен ҡала хакимиәте башлығы: «Үҙәк урамдағы канализация соҡоро, тәү сиратта, балалар өсөн хәүеф тыуҙыра ине. Мал-тыуар өсөн дә ҡурҡыныс. Әлбиттә, уны күмер алдынан башта  кемдеке булыуын асыҡларға тырыштыҡ, тик ул ваҡытта бер кем дә өндәшмәне».
Күрше йортта йәшәүселәр ҙә ҡала  хакимиәте ҡарары менән тулыһынса килешә. Улар белдереүенсә, ысынлап та, был соҡор юл ситенә яҡын урынлашҡан, кәртәләнмәгән була.
Любовь Рогожникова, күрше йортта йәшәүсе: «Минең ирем ул соҡорҙан бер нисә тапҡыр кәзәләрҙе, эттәрҙе сығарҙы. Яҙғыһын ҡурҡыныс була торғайны, соҡорҙағы бар бысраҡ ер өҫтөнә ҡалҡып сыға. Күршеләребеҙҙе лә аңлайбыҙ ҙа бит ләкин беҙгә лә ауыр ине. Ярай, күмделәр».
Шулай ҙа Сираевтар ғәҙеллек өсөн артабан да көрәшергә теләй.  Фатир хужалары бер нисә метрлыҡ ҡына арауыҡтағы үҙәк канализацияға торба һуҙыр өсөн аҡса йыйырға ла риза. Тик ҡала хакимиәте генә рөхсәт итһен. Бының өсөн әлеге лә баяғы соҡорҙо кире ҡаҙырға кәрәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку