Ҡала биләмәһен төҙөкләндереү ҡағиҙәләрен боҙоусыларға илле мең һумдан алып штраф янай 04.05.2017

Өфөнөң Совет районы хакимиәтенең административ комиссия ағзалары төҙөлөш эштәре барған участкаларға рейд уҙғарҙы. Әйтәйек, Кадомцевтар урамында яңы ғына күтәртелгән бина тирәләй төҙөлөш ҡалдыҡтары, ҡуптарылған асфальт һәм сүп-сар өйөлөп ята. Төҙөлөш объектының ҡоймаһы ла емерек хәлдә, тейешле нормаларға тап килмәй.

Бынан тыш, майҙансыҡта йөк машиналарының тәгәрмәстәрен йыйыу өсөн пункт булдырылмаған. Рейдты ойоштороусылар төҙөүселәр менән туранан-тура аралаша алманы, теркәлгән тәртип боҙоуҙар буйынса компания етәкселегенә хат ебәреләсәк, артабан штраф күләме тураһында ҡарар сығарыу күҙаллана. Әйткәндәй, былтыр 16 төҙөлөш предприятиеһы ошондай уҡ административ яуаплылыҡҡа тарттырыла, быйыл күпкә аҙыраҡ. Шулай ҙа баш ҡаланың административ комиссияһы ағзалары әйтеүенсә, йәйгә ҡарай тәртип боҙоусылар тағы ла  артасаҡ.
Станислав Филиппов, Өфө ҡала хакимиәтенең административ комиссияһы вәкиле: «Төҙөкләндереү ҡағиҙәләрен үтәмәүсе юридик шәхестәргә  50 меңдән йөҙ мең һумғаса штраф ҡаралған. Административ комиссия уның күләмен үҙе билдәләй. Төҙөлөш компаниялары етәкселеге күп осраҡта үҙҙәрен аҡлап, был талаптар хаҡында белмәнек тип бара. Икенселәр тирә-яҡты тәртипкә килтереү өсөн аҡса юҡлыҡҡа һылтана».

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика