Ҡала ҡарамағына бирелгән элекке ятаҡтарҙа кем ремонт эшләргә тейеш?

Ҡала ҡарамағына бирелгән элекке ятаҡтарҙа кем ремонт эшләргә тейеш? 16.02.2015

Өфө ҡалаһының Октябрь проспектындағы илленсе йорт түшәменән яҙлы-көҙлө һыу үтә. Торлаҡ-файҙаланыу участкаһынан хәбәр итеүҙәренсә, унда йәшәүселәрҙең миллион һумдан ашыу бурысы йыйылған.  

Душты итек кейеп инәбеҙ ти, Октябрь проспектындағы илленсе йортта йәшәүсе Рәмил Ғәлиев.   Элек  был йорт  завод ятағы  булған. Бында Өфө приборҙар етештереү заводы эшселәре йәшәй.  
Йортта йәшәүселәр  әйтеүенсә, 2008 йылда  завод  йорттоң   ҡыйығын яҡшы ҡалай менән яптырған. Тик бинаны ҡала ҡарамағына күсергәс,  бер нисә айҙан яңы ҡыйыҡты һүтеп, шиферға  алыштырғандар.
Рәмил Ғәлиев, Октябрь проспектындағы 50-се йортта йәшәүсе: «Апрель айында, ҡар ирегән саҡта,  көҙгө ямғырҙарҙа ла йәй көнө лә коридорға һыу үтә. Түшәмдән  аҡҡан һыу баҫҡыс буйлап аға, бында урамдағы кеүек күләүектәр йыйыла. Ә бер ваҡыт душтың торбаһынан аҡҡан һыуҙы үҙ аллы туҡтата алмағас, берҙәм диспетчер хеҙмәте аша ярҙам һораныҡ. Өс көндән һуң ғына килеп  йүнәтеп киттеләр.Көндәр  буйы һыу бушҡа ағып торҙо».
Йортто төҙөкләндереүҙе һорап  улар Совет районының  ун бишенсе торлаҡ файҙаланыу участкаһына барған. Ғаризаларҙағы  имзаларға ҡарағанда, душ бүлмәһен ремонтлау 2013 йылдың өсөнсө кварталында эшләнгән булырға тейеш.
Ҡаланың  ун бишенсе торлаҡ файҙаланыу участкаһында әйтеүҙәренсә, Октябрь проспектындағы илленсе  йортто аҫырауға киткән сығымдарҙы  унда тороусылар түләгән аҡсалар ҡаплай алмай.  Егермеләп фатирҙың   коммуналь түләүҙәр буйынса бурысы йыйылған.
Рушат Хәлилов, Совет районының 15-се торлаҡ файҙаланыу участкаһы етәксеһе: «Йылына йорттан ике йөҙ утыҙ мең йыйыла.Ә йортто аҫырау өсөн унан күберәк аҡса талап ителә. Шуға беҙ  башҡа нәмә эшләй алмайбыҙ. Коридорҙағы баҫҡыс майҙансығын төҙөкләндереүҙе беҙ быйылғы сметаға индерҙек. Йөҙ ҙә өс мең һум  аҡса кәрәк. Уны йортта йәшәүселәр  тарифты күтәрергә риза булһалар эшләргә була».    
Әле  йортта йәшәүселәр  бүлмәнең бер квадрат майҙаны өсөн егерме һум ҡырҡ һигеҙ тин түләй. Торлаҡ файҙаланыу участкаһы уны ҡырҡ һумға тиклем күтәрергә тәҡдим итә.  Ҡала ҡарамағына бирелгән дөйөм   ятаҡтарҙың күбеһендә ошондай бәлә бар. Ятаҡтар туҙған, таушалған. Торлаҡ файҙаланыу системаһындағы һуңғы йылдарҙағы үҙгәрештәргә ярашлы, был хәлдән сығыу юлын йортта йәшәүселәр үҙҙәре лә  хәл итергә бурыслы.
Рәмилә Исмәғилева

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку