Ҡалған эшкә ҡар яуа, әле иһә ямғыр

Ҡалған эшкә ҡар яуа, әле иһә ямғыр 17.10.2017

Алексеевка ауылындағы ике ҡатлы йорттарҙың береһендә йәшәүселәрҙең фатирҙары яуған ямғырҙан зыян күргән. Подрядсы ойошма өй түбәһен алмаштыра башлаған, тик башлаған эшен еренә еткереп эшләйме юҡмы икәне әлегә ҙур һорау тыуҙыра.

Айваз Мөхәмәтшиндың фатирының түбәһенән бер тәүлек инде  һыу аға. Фатирҙа зыян күрмәгән стена, иҙән, өй йыһаздары ҡалмаған. Ғаилә бәләкәй балалары менән һыуыҡ, еүеш, электр уты булмаған фатирҙа көн итергә мәжбүр. Барыһына ла өй ҡыйығын ремонтлай башлаған подрядсы ойошма ғәйепле ти, фатир хужаһы. Ремонт эштәре барышында , бер яҡ өлөшө яҡшылап ябылмаған, ямғыр яуа башлау менән тап шул ерҙән фатирҙарға һыу үтеп ингән.  

Күрше фатирҙа ла шул уҡ хәл. Яңы ғына күп балалы аҙ тәьмин ителгән ғаилә, үҙ көсө менән  ремонт эшләп сыҡҡан булған. Ҡыйыҡтың булмауы барлыҡ тырышлыҡтарҙы юҡҡа сығарған. Әле уныһы мөһим түгел, ғаилә ағзалары өс айлыҡ сабыйҙарының сәләмәтлеге  өсөн борсола.

Ваҡиға урынына беҙҙең ижади төркөм килеп еткәс тә, эшселәрҙән елдәр иҫкән ине. Әлбиттә,беҙҙең килеүҙе ишетеп, өй башындағы ҡайһы-бер етешһеҙлектәр бөтөрөлдө, әммә әлегә унда башҡараһы эштәр байтаҡ. Һыуҙан зыян күргән 14 фатир хужаларына күрелгән зыян күләмен ҡаплатыу өсөн матди ярҙам күрһәтеләсәк тине төньяҡ биләмәһенең капиталь ремонт буйынса бүлек етәксеһе Даниил Мамаев.  

Халыҡта санаңды йәй, арбаңды ҡыш әҙерлә - тигән әйтем бар. Әммә ҡыш етеп барған да асфальт түшәү  йә иһә көҙгө һалҡындар еткәс өй түбәһен яңыртыу беҙҙең илдә ғәҙәти күренешкә әйләнә башланы. Ололарҙың  хаталары, һәр кемдең үҙ эшенә яуапһыҙ ҡарауы бына ошондай ҡыйынлыҡтарға килтерә лә инде. Зыян күреүселәргә компенсация түләнгән осраҡта, әлбиттә стеналарға обой йәбештереп сығырға, йорт йыһаздарын  яңыртырға була, тик кескәйҙәрҙең сәләмәтлеге генә аҡсаға һатылмай шул.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика