Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө 08.07.2016

Тәү башлап байрам Рәсәйҙә 2008 йылда - Ғаилә йылы уңайынан билдәләнә. Йола буйынса был көндә ЗАГС-тарҙа айырылышыуһыҙ көн акциялары, күп балалы һәм 25 йылдан ашыу никахта торған парҙарҙы тәбрикләү тантаналары үтә. Байрам йәмғиәттә ғаилә институтын нығытыуға, никахтың ҡиммәтен күтәреүгә йүнәлтелгән.

Бәхетле йәшәү сере сабырлыҡта, ти Ҡолдәүләтовтар. Улар башҡаларға өлгө, бер-береһенә тоғро һәм мөхәббәтле булған, балаларына матур тәрбиә биргән парҙарҙың береһе. Ғаилә биш малайға ғүмер биргән.
Ғорурланырға нигеҙ бар. Ҡолдәүләтовтар малайҙарын эшһөйәр, рухлы итеп тәрбиәләй. Улар хеҙмәттә лә, спортта ла, йыр-бейеүҙә лә һынатмай. Әле ғаилә башлығы өлкән улдарына йорт һалыу менән мәшғүл. Төҙөлөш материалдарын ғаилә башлығы үҙе етештерә. Иртән йорт эштәрен теүәлләгәндән һуң, эшкә ашыға. Бар яҡлап та уңған, тәрбиәле, татыу ғаилә бөгөн «Мөхәббәт һәм тоғролоҡ» миҙалына лайыҡ булды. Дәүләт наградаһы район-ҡалаларҙан йыл һайын тап ошо көндө тик бер  парға ғына тапшырыла. Әйткәндәй, хужабикә 2013 йылда «Әсәлек даны» миҙалына ла эйә булған.
Сибай ҡалаһы,  Баймаҡ райондарының да ғорурланырлыҡ, башҡаларға өлгө итеп күрһәтерлек матур парҙары бар. 35 йыл бергә татыу ғүмер итеүсе Рәмзиә менән Кәлимулла Ильясовтар йыр-моңға маһир. Үҙҙәре генә түгел, улдары, ейән-ейәнсәрҙәре лә музыка ҡоралдарында оҫта уйнай. Тырыш, уңған  ғаилә бәхет серен яҡшы белә.
Ике ғаилә, ике төрлө яҙмыш, ике матур пар. Ил ныҡлығы бер-береһенә тоғро, мөхәббәтле, татыу һәм ишле ғаиләләргә бәйле. Шуға ла «Һөйөү һәм тоғролоҡ өсөн» миҙалы үҙ төбәгендә тап уларға бирелеүе лә юҡҡа түгел.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика