Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнөң символы тип ромашка сәскәһе иҫәпләнә 08.07.2016

Был көндө тормош ҡороусылар оҙаҡ һәм бәхетле ғүмер кисерәсәк тигән фекер йәшәй. Күгәрсен районында оҙаҡ йылдар бергә татыу ғүмер иткән  Ҡаразбаевтар ҙа шундай ғаиләләрҙең береһе.  

Күгәрсен районы Тәүәкән ауылында ғүмер итеүсе Рәшиҙә Өмөтҡужа ҡыҙы  менән Нурый Ҡаяз улы Ҡаразбаевтар 1956 йылда тормош ҡора. Ғаилә 60 йыл йәштәргә өлгө булып, иңгә-иң терәшеп, гөрләтеп йәшәй. Ошо уңайҙан бөгөн уларға «Мөхәббәт һәм тоғролоҡ» миҙалы, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды, изге теләктәр еткерелде
Нурый Ҡаяз улына эшенә яуаплы ҡарау, тырышлыҡ кеүек сифаттар хас. 70-се йылдарҙа  комбайнда, һуңынан ырҙында иген таҙартыу, ҡыш малсылыҡ эштәрендә ал бирмәй. Ә хужабикә ваҡытында сөгөлдөрөн дә утай, механизаторҙарҙы тәмле аштары менән дә һыйлай, һәм башҡа төрлө яуаплы эштәрҙә тырышлығы менән  айырылып тора. 5 балаға ғүмер бүләк итә Ҡаразбаевтар ғаиләһе. «Ни сәсһәң-шуны урырһың» тигән боронғолар. Балалары ата-әсәһенән өлгө алып үҫкәнгәме, бишеһе лә тыуған ерендә гөрләтеп донъя көтөп, балалар, ейән-ейәнсәрҙәр үҫтереп донъя көтә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика