Ғаилә институтын нығытыу,  быуындар бәйләнешен үҫтереү, мәңгелек тәғлимәттәрҙе йәш быуынға еткереү эҙмә-эҙлекле алып барылырға тейеш 12.07.2016

Был турала Республика башлығы бөгөн  Башҡортостан Хөкүмәте  ҡарамағындағы  Ғаиләне һаҡлау, әсәлек, аталыҡ  һәм балалыҡ мәсьәләләре буйынса ведомство-ара совет ултырышында белдерҙе. Һүҙ республикала ғаилә сәйәсәте концепцияһын ғәмәлгә ашырыу  саралары хаҡында барҙы. Сөнки  һуңғы осорҙа балалар үлемдәре менән бәйле осраҡтарҙың йышайыуы уйланырға мәжбүр итә.

27 ғинуар Ғафури районында, апрелдең 20-һе Баҡалыла, теүәл бер аҙнанан Балтаста, унан бер көн үтеүгә Шаран районында  янғын сыҡты.  Һәр осраҡта өсәр баланың ғүмере өҙөлдө. Бәлиғ  булмағандар өлкәндәрҙең битарафлығы арҡаһында фажиғә ҡорбанына әйләнде.Ут сығыуға хәүефһелек ҡағиҙәләрен үтәмәү ҙә, ата-әсәләрҙең яуапһыҙлығы ла,  кәйеф-сафа ҡорорға яратыу ҙа сәбәпсе була. Мәҫәлән, Балтас районының Ҡомъяҙы ауылында йәшәүселәр өс сабыйҙың үлемендә өлкәндәр ғәйепле тип иҫәпләй.
Көндәр йылыныу менән  балаларҙың һыуға батып үлеп осраҡтары теркәлә башланы. Сыбыҡ осо тағы өлкәндәргә барып тоташа, педагогтарҙың ҡарап етмәүе, ата-әсәләрҙең  яуапһыҙлығы.  Быйыл ғына республикала 8 бала батып үлгән, уларҙың иң бәләкәйенә ни бары 2 йәш.  Ғаилә институты көрсөк осоро кисерә, мәңгелек ҡиммәттәр юғала бара, быға юл ҡуйырға ярамай, тине Рөстәм Хәмитов  Хөкүмәт ултырышында.
Тағы бер проблеманы билдәләмәй мөмкин түгел. Ул айырылышыуҙар менән бәйле. Сағыштырыу өсөн  статистика мәғлүмәттәре, 1950 йылда 30 мең пар ғаилә ҡорған, 600-е айырлышҡан. Ә былтыр өйләнешкән парҙар 31 мең тирәһе булһа, тарҡалған ғаиләләр иҫәбе 16 меңгә еткән. Иң юғары һандар 2000 йылдар башына тура килә.  Бер йылда 29 мең яңы ғаилә барлыҡка килһә, 25 мең пар айырылыша. Ултырышта билдәләнеүенсә,  ғаиләләр күберәк 5 йылға тиклем тарҡала, йәштәр тормош һынауын күтәрә алмай.  Студент ғаиләләренең кәмеүе лә күҙәтелә, шуға күрә, ултырышта уларға ярҙам юлдарын барларға хәл ителде.
Республиканың йәмәғәт палатаһы киләһе составта ғаилә мөнәсәбәттәре буйынса комиссия төҙөргә  лә уйлай. Сөнки  йәмғиәттең төп институты бөгөн бар йәһәтән яҡлауға, ҡурсалауға мохтаж. Әлбиттә, яҡшы миҫалдар ҙа бар, республикала  ғаилә сәйәсәте концепцияһы тормошҡа ашырыла. Балаларҙы, йәш быуынды  тәрбиәләүгә, белем биреүгә йыл һайын миллиардтарса һум аҡса йүнәлтелә.  Быйыл уҡыусыларҙың йәйге ялын ойоштороуға  миллиард ярым аҡса бүленгән, лагерҙарҙа 300 меңдән ашыу бала  һаулығын нығыта.  Мәктәптәрҙе тулыһынса бер сменаға күсереү буйынса эш алып барыла, тине Республика башлығы.
Эшмәкәрлектең  һөҙөмтәһе инде демографик күрһәткестәр ҙә сағыла.  Был йәһәттән статистика юғары. Һуңғы биш йылда бала табырға ярҙам итеү системаһын нығытыуға 5 миллиард һум йүнәлтелгән. Республика  клиник балалар дауаханаһының яңы корпусы, «Әсә һәм бала» клиникаһы асылды.  Әле иң заманса ҡоролмалар менән йыһазландырылған Республика перинаталь үҙәге  һалына, ул йыл аҙағына тиклем  файҙаланыуға тапшырыласаҡ

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика