Ғафури районында Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарына һәр ваҡыт хөрмәт менән ҡарайҙар, атай-олатайҙарының ҡаһарманлығын мәңгеләштерергә тырышалар

Ғафури районында Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарына  һәр ваҡыт хөрмәт менән ҡарайҙар, атай-олатайҙарының ҡаһарманлығын мәңгеләштерергә тырышалар 09.05.2015

Юбилей йылында батырҙар хөрмәтенә ҡуйылған 43 һәйкәлгә һигеҙ обелиск өҫтәлгән. Урындағы халыҡ һәм ошо төбәктән сыҡҡан зыялылар көсө менән бөгөн Оло Үтәш ауылында ла стела асылды.

Еңеү  байрамын халыҡ түҙемһеҙләнеп көтөп алған. Илебеҙҙе дошмандарҙан ҡотҡарған атай-олотайҙары хаҡында олоһо ла, кесеһе лә  яҡты  иҫтәлектәр алып килгән. Бөйөк Ватан һуғышына Оло Үтәштән 88  кеше китә. Уларҙың 43-сө аяуһыҙ яуҙа ҡорбан була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөнгө сарала  һуғыштың  тере шаһиттары булған ир-уҙамандар юҡ. Улар был яҡты көнгә тиклем ғүмер итә алмай, ауыр яраларҙан һаулыҡтары ҡаҡшап, гүр эйәһе булған. Бөгөнгө тыныс иртәлә   тантанаға йыйылған халыҡ күңеленә шатлыҡ  хистәренә юҡһыныу тойғолары ла  ҡушыла.
Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарына  стела ҡуйыу идеяһын  Өфөлә йәшәүсе Ғилуановтар тормошҡа ашырған. Нәүфилә Мәхмүт ҡыҙының атаһы  һуғыш ветераны. Мәхмүт Ғилуанов  һәм  уның ауылдаштарының  Бөйөк Еңеүгә индергән батырлығы онотолмаһын өсөн  ғаилә рух көсөн дә, матди сығымдарҙы ла йәлләмәгән. Нәүфилә Мәхмүт ҡыҙының Оло Үтәштә  стела төҙөтөү  теләген уландары күтәреп ала.
Бер-бер артлы ауыл аҡһаҡалдары трибунаға  күтәрелә. Уларҙың хистәре тулышҡан.  Күңелдәре йомшарып киткән өлкән быуын кешеләренең күҙҙәренән йәш эркелә. Йыр-моң менән үрелеп барған тантанала  Денис Шафиҡов башҡарыуында яңғыраған  йырҙар байрамға айырыуса йәнлелек өҫтәне. Йәш быуын ата-бабаларыбыҙҙың ҡаһарманлығын онотмаһын өсөн ҙур тырышлыҡ һалына бында.Тамырҙары ошо ауылдан булған йәштәрҙең Рәсәйҙең ысын патриоттары булыу шатландыра.
Бөгөн Ғайфури районының Оло Үтәш ауылында Еңеү байрамы уңайынан Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарына обелиск асылды. Бөтә Рәсәй халҡы кеүек Башҡортостандың рухи мәккәһе булған Оло Үтәш ауылы кешеләре өсөн дә Еңеү ҡыҙыл ҡәнәферҙәр төҫәндә.
Гүзәл Борханова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Гузель Алибаева
20.10.2015 22:52:11
Ещё я хочу сказать БОЛЬШОЕ СПАСИБО в первую очередь Зилия апайыма и Рафит езнайга, Кинзябаева Земфира (мама) а так же работникам которые помогли построить обелиск!Всем большое спасибо!

Возврат к списку