Ғафури районынан хеҙмәт ветерандары Өфөгә экскурсияға килде

Ғафури районынан  хеҙмәт ветерандары Өфөгә экскурсияға килде 19.08.2015

16 кешенән торған төркөм Хәрби Дан һәм халыҡ шағиры Мәжит Ғафури музейҙарында булды, ҡаланың башҡа иҫтәлекле урындары менән танышты.

Экскурсияға килеүсе төркөм хаҡлы ялдағы уҡытыусыларҙан һәм төрлө йылдарҙа етәксе  вазифаларҙа эшләүсе хеҙмәт ветерандарынан тора. Республика Хәрби дан музейында яҡташтарын музейҙың ғилми хеҙмәткәре, билдәле яҙыусы-документалист Фәрит Вахитов ҡаршыланы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хаҡында бай мәғлүмәт туплаусы эҙәрмән -яҙыусы яҡташтарына иҫтәлеккә үҙе яҙған китабын бүләк итте. Артабан ветерандар Хәрби дан музейында тупланған экспонаттар менән танышты, Бөйөк Ватан һуғышы тарихына ҡағылышлы бай мәғлүмәт тупланы.
Ғафури районы ветерандары башҡалабыҙ Өфөгә сәфәр сиктәрендә  билдәле яҡташтары, халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың йорт-музейында экскурсияла булды. Халыҡ яҙыусыһының  тыуыуына 130 йыл тулыу айҡанлы Мәжит Ғафури  хаҡында  тарихи хәтерҙе лә яңыртты. Яҙыусы йәшәгән  был ыҡсым йортта уларҙы яҡташтары-билдәле яҙыусы Лира Әхмәт ҡыҙы Яҡшыбаева ҡаршыланы
Йорт-музейҙың бүлмәләрендә   күп кенә экспонаттар  яҙыусы йәшәгән дәүерҙе сағылдыра. Мәжит Ғафуриҙың эш кабинеты, шәхси әйберҙәре беҙҙең көндәргә лә килеп еткән. Ябай, изге күңелле, ихлас кеше тураһында мәғлүмәттәр Троицк ҡалаһында йәшәгән йылдары, Рәсүлиә мәҙрәсәһендә Зәйнулла ишандың иң белемле уҡыусыларының береһе булыуы хаҡында мәғлүмәт менән байытылды.
Башҡалаға  сәйәхәт Ғафури районының ветерандар советы рәйесе тәҡдиме  менән ойошторолған. Йәшлектәрендә тырышып эшләгән хеҙмәткәрҙәргә хаҡлы ялға сыҡҡас, танышыу-аралашыу бәхетен татыу оло бер ҡыуаныс.
Ғафури районы ветерандарының  Өфөгә сәфәре район хакимиәте  ярҙамында ойошторолдо. Бындай  осрашыуҙар һуңғыһы булмаясаҡ, тип ышандырҙы Ғафуриҙар.  Оло  тормош юлы  үткән хаҡлы ялдағылар үҙҙәренең тәьҫораттарын бала-сағаларына ла яҡты хәтирә итеп һөйләйәсәк.  
Гүзәл Борханова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика