Ғафури районы зыялыларының «Табын» йәмәғәт ойошмаһы баш ҡалала йәшәүсе өлкән быуын вәкилдәре хаҡында даими хәстәрлек күрә 25.10.2016

12 йыл дауамында Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм билдәле яҡташтары, ғалимдар менән осрашыуҙар үткәрә.

«Өлкәндәргә баш эй, тәжрибәһенән фәһем ал» тигән аҡыллы һүҙҙәргә таянып эш итә  апалы-ҡустылы бер туған Урманшиндар. Хаҡлы ялдағы Бөйөк Ватан һуғышы һәм хеҙмәт ветерандарын бер-нисә йыл рәттән Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры кафеһында ҡәҙер-хөрмәт күрһәткәндәр. Йылдар үткән һайын уларҙың сафы һирәгәйә бара. Әммә Башҡортостаныбыҙ һәм илебеҙ тарихында яҡты эҙ ҡалдырған шәхестәребеҙҙе ололап иҫкә алыу-изге ғәмәлдәрҙән һанала.
Мәжлестә  тарихсы ғалим, профессор Нияз Мәжитов, билдәле дәүләт эшмәкәре Рәфит Зәйнәшев, Башҡортостандың халыҡ артисы Зәки Мәхмүтов, халыҡ рәссамы Рәшит Зәйнетдинов, оҫта етәксе, оҙаҡ йылдар «Табын» консерва заводы директоры булып эшләгән һуғыш һәм хеҙмәт ветераны Рәшит Хәмиҙулла улы, уның тормош иптәше Мәрүә Хәбибулла ҡыҙы Урманшиндар  һәм башҡа бик күп кешеләр хаҡында  йылы һүҙҙәр әйтелде, хәтирәләр һөйләнелде. Ғафури районынан сыҡҡан зыялыларҙың  илебеҙ  ҡеүәте өсөн башҡарған эштәре, халыҡҡа ҡылған изгелектәре бөгөн дә онотолмай.
Апалы-ҡустылы Рәйлә менән Азамат Урманшиндар исемлегенән 17 шәхес исеменә арнап изге Ҡөръән уҡылды. Рәмилә менән  Илгиз  Үтәгәновтар, халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың ейәне Хәлит Ғәфүров, полковник Рим Әлибаев, Зиннур Ҡалмырҙин, Нәжибә Юлмөхәмәтова, Суфия Ғәзизова, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Ғаяз Камалетдиновтарҙың изге кәңәштәре, аҡ теләктәре быуындан-быуынға тапшырыла килә.  
«Табын» йәмәғәт ойошмаһы  халҡыбыҙҙың зыялылары исемен мәңгеләштереүҙе артабан да дауам итәсәк. Ойошма ағзалары тиҙҙән юғары уҡыу йорттары студенттары менән берлектә  Ғафури районында йәшәгән Бөйөк Ватан һуғышы  ветерандарына ярҙам ойошторорға ниәтләй.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика