Ғафури районы үҙәгендә халыҡ шағиры Мәжит Ғафури исемендәге майҙан һәм әҙиптең яңыртылған бюсы асылды 09.10.2014

Төбәктә йыл һайын республиканың төп байрамы менән бергә Красноусол ауылы көнөн  билдәләү ҙә йолаға ингән.

Был юлы байрам айырыуса сағыу үтте. Был көндө төбәккә исем биргән шағирҙың яңыртылған һәйкәле ауылдың төп майҙанында урын алды. Быға тиклем ул 30 йылға яҡын Красноусол кинотеатры алдында торған. Хәҙер инде шағир һыны биҙәгән үҙәк майҙан да уның исемен йөрөтәсәк. Данлыҡлы яҡташтары менән хаҡлы рәүештә ғорурланған Ғафури халҡы киләсәктә был майҙанды паркка әйләндерергә ниәтләй. Оло шәхес рухына арналған тантаналы сарала Мәжит Ғафуриҙың туғаны ла ҡатнашты.

Байрам уңайынан райондың сәнғәт оҫталары ҙур концерт ойошторҙо. Тантанала төбәк үҫешенә тос өлөш индереүсе замандаштар тәбрикләнде. Иҫтәлекле көндө асылған яңы фонтан да район халҡына Республика көнөнә ҙур бүләк булды. 


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика