Ғафури районы Байымбәт ауылы малсылары «500 ферма» программаһы буйынса уңышлы эшләй

Ғафури районы Байымбәт ауылы малсылары «500 ферма» программаһы буйынса уңышлы эшләй 31.12.2015

Байымбәт һөтсөлөк фермаһында ҡара сыбар тоҡомло 215 баш  һыйыр малы иҫәпләнә,  һөт һатып көнөнә ҡырҡ меңгә яҡын табыш алына.

«500 ферма» маҡсатлы  программа сиктәрендә өс һарай яңыртылған, түбәләр ябылған, һөтүткәргес торбалар һуҙылған,  тәҙрәләр ҡуйылған. Бүленгән 3 800 000 мең һум күләмдәге аҡсаның  һәр тине һөҙөмтәле ҡулланылған.
Байымбәт ауылы уңғандары  Яңы йылды яҡшы кәйеф, рух күтәренкелеге менән ҡаршылай. «Урожай» хужалығы етәксеһе Нәжип Хисаметдинов ҡарары менән ауылда малсылар өсөн махсус йорт һалынған,  тырыш малсы ғаиләләрендәге балаларға Яңы йыл күстәнәстәре таратыла. Айгөл менән Азамат Шәриповтар ғаиләһендә дүрт бала тәрбиәләнә. Яңы йыл күстәнәстәрен тапшырып уларға Яңы йылға ихлас теләктәр еткерелде.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика