Афғанстандан Совет ғәскәрҙәрен сығарыуға 27 йыл тула 12.02.2016

Иҫтәлекле көн алыҫлашҡан һайын хәтер төшөнсәһенең әһәмиәте арта. Йыл һайын февралдә Рәсәй һәм Башҡортостандың төрлө төбәктәрендә интернациональ хәрби бурысын үтәгәндә һәм локаль бәрелештәрҙә ҡатнашҡан замандаштарыбыҙ иҫтәлегенә һәйкәлдәр асыла. Бөгөн уларҙың һаны йәнә берәүгә тулыланды. Булгаков ауылында Афған һуғышы һәм хәрби бәрелештәрҙә башын һалған яҡташтарыбыҙҙың иҫтәлеге мәңгеләштерелде.

Фәрит Сәйетовтың 32 йыл инде  күңел яраһы һыҙлай. 19 йәшендә генә Совет армияһына саҡырылған  улы Рөстәм интернациональ хәрби бурысын үтәгәндә башын һалған. Төшкә йыш инмәй, әммә ошо һәйкәл асылыр алдынан улымды күрҙем, ти һалдат атаһы.
Һәйкәлдәр яуҙа башын һалған яҡташтарыбыҙ иҫтәлегенә ҡуйылһа ла, тәү сиратта тереләр, йәш быуын өсөн кәрәк тип билдәләй Дәүләт Думаһы депутаты Иршат Фәхретдинов. Һуңғы осорҙа ғына Башҡортостандың төрлө район-ҡалаларында яугир-интернационалистар иҫәтәлегенә ике тиҫтәгә яҡын мемориал асылған.
10 йыл эсендә Афғанстан ерендә 15 меңләп Совет һалдаты башын һалды.  Күптәр был һуғышты мәғәнәһеҙ ҡан ҡойош тип баһаларға ашыҡһа ла, заман күҙлегенән интернациональ бурысын үтәүсе яугирҙарҙың ҡаһарманлығы  тиҫтә йылдарға алға илебеҙ именлеген тәьмин итеү өсөн  әһәмиәткә эйә булған сара икәнлеге асыҡлана. Шуға ла йәштәй генә ҡулына ҡорал алып, Ватан һағына баҫҡан егеттәрҙең яҡты  иҫтәлеген күңелдәрҙә мәңгеллеккә һаҡларға кәрәк тип билдәләне һәйкәл асыу тантанаһында ҡатнашыусылар.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика