Һабындан мармеладтар, кәнфиттәр һәм рулеттар

Һабындан мармеладтар, кәнфиттәр һәм рулеттар 14.03.2016

Өфөлә үҙенсәлекле әйберҙәр эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе үтте. Шөғөлдө өйрәнергә, хатта, егеттәр ҙә килгәйне.

Оҫта ҡулындағы ошо ике  киҫәк буласаҡ һабындарҙың нигеҙе булып тора. Уларҙы мейестә иретеп төрлө формалағы бүләктәр әҙерләргә мөмкин. Оҫталыҡ дәресен алып барыусы Алина Рәхимова һабын ҡайнатыу менән ике йылға яҡын шөғөлләнә. Юғары уҡыу йортоноң химия факультетының һуңғы курста уҡыусы студент өсөн был кәсеп төп табыш та булып тора.
Оҫталыҡ дәресенә килеүселәр һабындан мармеладтар әҙерләргә өйрәнде. Һабын иретелгәс уға төрлө төҫтәге быяуҙар, хуш еҫле майҙар ҡушыла. Бынан тыш, тәнде таҙартыу өсөн уға шәкәр ҙә өҫтәлә.
Һыуытҡыста һабын ҡатырылғас иҙеп йәнә стакандарға һалына. Һуңынан һауыт ситендә ҡалған буш урынға йәнә иретмә ҡойола. Был буласаҡ әфлисун киҫәктәренең ҡабығын эшләү өсөн башҡарыла. Һуңынан өлөштәргә бүлгәс, һабын тәмле мармеладтарға оҡшай.
Өйҙә яһалған һабын тәнгә яҡшы йоғонто яһай тип иҫәпләнә. Бынан тыш, уның составында зыянлы матдәләр юҡ. Төҫөн, еҫен дә һәр кем үҙе билдәләй. Бынан тыш, был кәсеп менән шөғөлләнеп табыш та алырға мөмкин.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку