Ҡабул итеү көнө

Ҡабул итеү көнө 01.12.2015

«Берҙәм Рәсәй» сәйәси фирҡәһе вәкилдәре бөгөн  халыҡ менән аралашты, уларҙы борсоған мәсьәләрҙе уртаға һалып һөйләшеп, хәл итеү юлдарын эҙләне.  Башҡортостанда барлығы меңдән ашыу ҡабул итеү үҙәге эшләне.

Өфөнөң Орджоникидзе районында ғәҙәти булмаған трамвай юлға сыҡты. Тәгәрмәс өҫтөндәге халыҡты ҡабул итеү пунктында  һорауҙарға урындағы хакимиәт етәксеһе «Берҙәм Рәсәй» партияһы бүлексәһе секретары Марат Ғәлиуллин яуап бирҙе.
Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн  хаҡтың артыуы, йорт ихаталарын тәртипкә килтереү, баҡса участкаларын хосусилаштырыу кеүек һорауҙар яңғыраны трамвай салонында.  Мөрәжәғәт итеүселәр шунда уҡ яуабын да алды.
Халыҡ үҙен борсоған һорауҙы туранан-тура әйтеүҙән һис кенә лә тартынмай.  Партия вәкилдәренә мөрәжәғәт итеүсе йәштәрҙе йыш ҡына торлаҡ, эш менән тәьмин итеү юлдары  ҡыҙыҡһындыра. Башҡорт дәүләт университеты профессоры Венера Ибраһимова иһә ҡабул итеү көнөнән файҙаланып, Башҡортостан эҙәрмәндәренә рәхмәт һүҙҙәрен еткерергә теләгән. Уларҙың тырышлығы менән 70 йылдан ашыу ваҡыт үткәндән һуң, Бөйөк Ватан һуғышында хәбәрһеҙ юғалған атаһының яҙмышы асыҡланған.
«Берҙәм Рәсәй» партияһының ҡабул итеү көнө бөгөн тотош ил күләмендә ойошторолдо. Был сара күркәм йолаға әйләнеп бара.
Дөйөм алғанда республикала бөгөн меңдән ашыу ҡабул итеү үҙәге эшләне. Рәсәй буйынса был иң юғары күрһәткестәрҙең береһе. Халыҡ менән туранан-тура аралашыу байтаҡ мәсьәләләрҙе оҙаҡҡа һуҙмайынса, һөҙөмтәле хәл итеү форсаты бирә тип билдәләй белгестәр.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика