Һағыштарға һала ғүмер көҙө...

Һағыштарға һала ғүмер көҙө... 07.03.2015

Берәүҙәр ҡартлығының һәр көнөн тормош иптәше, балалары, ейән-ейәнсәрҙәренең ҡәҙер-хөрмәтен тойоп ҡаршылаһа, оло йәшкә етеп яңғыҙ ҡалғандар ҙа бар. Беҙҙең ижади төркөм Өфөнөң ҡарттар һәм инвалидтар йортонда йәшәүсе йөҙйәшәр инәй менән осрашты.

Мәликә Әхмәтйәнова өсөн март айы байрамдарға бай. Яңыраҡ ҡына ул үҙенең 101 йәшен билдәләһә, Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөн дә ул түҙемһеҙләнеп көтөп ала. Оло быуын вәкиле ғүмер көҙөн ҡарттар йортонда үткәреүенә бер ҙә зарланмай. Бала сағы, йәшлеге ауыр һуғыш йылдарына тура килә уның. Аслыҡ заманын да үткәреп ебәрә. Тормош иптәше яу юлында ятып ҡалғас, Мәликә Ғатаулла ҡыҙы бер балаһы менән яңғыҙ тороп ҡала. Хаҡлы ялға сыҡҡансы, колхозда эшләй.
Йөҙйәшәр инәй Кушнаренко районы Шәрип ауылынан. Ҡарттар һәм инвалидтар йортонда 14-се йыл йәшәй, бында үҙ теләге менән урынлаша. «Тәүлек әйләнәһенә йылы мөнәсәбәт тоям»,- ти ул. Дуҫтары ла күп, барыһы ла ихтирам итә.
Бөгөн ҡарттар йортонда Венер Яҡупов баянында уйнап ҡатын-ҡыҙҙарға байрам кәйефе бүләк итте. Республиканың төрлө төбәгенән йыйылған оло быуын вәкилдәре һағышлы ла, дәртле лә йырҙар башҡарҙы.
Йөҙйәшәр инәйҙең зиһене үткер, хәтере шәп,  үҙе бик теремек. «Оҙаҡ йәшәү сере бик ябай - сәләмәт тормош алып барырға кәрәк», - ти ул. Әйткәндәй, Мәликә Әхмәтйәнова тағы ла бер нисә йыл гөрләтеп донъя көтөргә әҙер.
Гөлназ Хәйбуллина

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика