Аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙың нигеҙһеҙ күтәрелеүенә юл ҡуйырға ярамай

Аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙың нигеҙһеҙ күтәрелеүенә юл ҡуйырға ярамай 18.08.2014

Ҡайһы бер ризыҡтарға дефицит артҡан мәлде файҙаланып аҡса эшләп ҡалырға теләүселәр үҙ язаһын алырға тейеш. Был турала Рөстәм Хәмитов һәр дүшәмбе үткәрелгән Хөкүмәт ағзаларының оператив кәшмәһендә белдерҙе. Ултырышта уҙған аҙнаның көнүҙәк мәсьәләләре ҡаралды.

Ауыл хужалығы тауарҙары һәм аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙы күҙәтеү штабының эшмәкәрлеге тураһында республика етәксеһенә Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Эрнст Исаев һөйләне. Уның белдереүенсә, әле сауҙа үҙәктәрендә алты төр тауарға хаҡтарҙың күтәрелеүе теркәлгән.

Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, хаҡтарҙы нигеҙһеҙ күтәреүселәр ҡаты яуапҡа тарттырыласаҡ. Республика тәү кәрәк аҙыҡ-түлек менән тәьмин итә ала һәм был йәһәттән бер ниндәй ҙә көсөргәнешлек булырға тейеш түгел, тине төбәк етәксеһе.

Рөстәм Хәмитов уңыш йыйыу барышы менән дә ҡыҙыҡһынды. Хөкүмәт Премьер-министры әйтеүенсә, республикала баҫыу эштәре йылдам бара. Һуңғы тәүлектәрҙең аяҙ тороуы ямғырлы көндәрҙә бер аҙ тотҡарланған эш планын ҡайтанан ҡыуып етеү мөмкинлеге биргән. Шул рәүешле уңыш йыйыуҙы былтырғыға ҡарағанда иртәрәк тамамлау күҙаллана.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку