Ҡағыҙ битенә яҙылған теләк ҡабул була тигән ырым бар

Ҡағыҙ битенә яҙылған теләк ҡабул була тигән ырым бар 17.01.2015

Бөгөн баш ҡалала ике йөҙгә яҡын кеше иң  изге хыялын тормошҡа ашыра башлауҙа тәүге аҙым яһаны.

Бөгөн ниндәй байрам? Нимә ул изгелек? Ҡыҙыҡлы һорауҙарға кескәйҙәр ҙә, йәштәр ҙә, ололар ҙа яуап бирергә тырышты. Сарала әүҙем ҡатнашҡан халыҡ иң яҡты хыялдарын да йәшермәне. Берәүҙәр фатир теләһә, икенселәр ғаиләле булыуҙы маҡсат итеп ҡуйған. Ете йәшлек Таңсулпан киләсәктә бейеүсе булырға теләй. Шулай уҡ кескәй ҡыҙҙың башҡа уй-теләктәре лә бар.
Халыҡ өсөн күңелле концерт программаһы ла ойошторолдо. Шулай уҡ тамашасылар ҙа үҙҙәренең йыр-моңға һәләтен күрһәтте.
Сара сиктәрендә әкиәт тә сәхнәләштерелде. Ете тажлы тылсымлы сәскәне бүләккә алғас, ҡыҙ уның ярҙамында, тәү сиратта, аҡсалы булыу, байлыҡ хаҡында теләктәрен бойомға ашыра. Һуңынан ул хаталы аҙым яһауын аңлап, етеш тормоштан баш тарта. Баш ҡала халҡы өсөн дә, тәүге урында байлыҡ түгел, ә иң мөһиме тормош именлеге.
Яҡты хыялдар тормошҡа ашһын өсөн уларҙы ҡағыҙ битенә яҙырға кәрәк ине. Баш ҡала халҡы был эште дәррәү башҡарҙы. Һуңынан ҡағыҙ биттәре - ике йөҙгә яҡын хыял шарҙар ярҙамында күккә осоролдо.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку