Аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләргә тәүярҙам 08.06.2016

Баш ҡалала яңы социаль үҙәк үҙ эшен башланы.

Ярҙамға мохтаждар хәйриә фонды ойошторған үҙәккә килеп, гардеробын яңырта ала  Бында балаларҙы яңы уҡыу йылына әҙерләү мөмкинлеге лә бар, шулай уҡ йәйге, ҡышҡы кейемдәр табырға мөмкин. Кеше бәләһенә битараф булмаған баш ҡала халҡы ойошмаға көнкүреш әйберҙәре, китап, видео-дисктар, хатта, йорт йыһаздары ла килтергән. Аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләргә улар бушлай таратыла. Был изге  маҡсатты атҡарыуға әлегә студенттар йәлеп ителгән, йәш ирекмәндәр социаль үҙәк ҡунаҡтарына аңлатыу эштәре алып бара, кәрәкле әйберҙәр табыуҙа ярҙам итә. Фонд хеҙмәткәрҙәре киләсәктә бындай ойошмаларҙы республика ҡала-райондарында ла асырға ниәтләй. Өфөлә ойошма Октябрь проспекты, 132/2 һанлы йорттоң подвалында урынлашҡан.
Эдуард Батталов, хәйриә фонды идараһы рәйесе: «Фондҡа ярҙам итергә һәм беҙҙең хеҙмәт менән ҡыҙыҡһыныусылар алдан телефон аша бәйләнешкә сыҡһын ине. Социаль үҙәктә шулай уҡ милли кейемдәр ҙә бар, уларҙы балалар йортона, йә ауылда эшләүсе берәй үҙешмәкәр ансамблгә бирергә уйлайбыҙ. Шулай уҡ ирекмәндәрҙе лә бергә эшләргә саҡырабыҙ».
Телефон: 8 (347)2759561

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика