АҘНА ЯҢЫЛЫҠТАРЫ 25.09.2016

Республиканың юл сифаты буйынса үҙ нормативтары индерелә, улар Рәсәйҙекенә ҡарағанда, күпкә ҡатыраҡ. Был турала Республика башлығы Өфөлә үткән транспорт форумында белдерҙе. Тап илдәге стандарттар яңы төр асфальт ҡатнашмалары, битум ҡулланыуҙы тотҡарлай ҙа инде. Үҙ нормативтарыбыҙ булғанда, юлдарҙың сифатын күпкә яҡшыртып булыр ине, ти белгестәр.

Транспорт темаһын дауам иткәндә Башҡортостандың автомобилдәр баҙары илдә тәүге унау исемлегенә инеүен дә телгә алырға мөмкин. Йыл башынан алып августҡа тиклем республикала 26 мең 400 автомашина һатылған. Тәүге урындарҙа Мәскәү һәм Мәскәү өлкәһе, Санкт-Петербург. Татарстан дүртенсе урында килә . Күршеләрҙә 35 мең автомобиль һатылған. Беҙ етенсе баҫҡыста.

ХХХ
Был аҙна һалым ҡануниәте өлкәһендә ҡуйыртылған һүҙҙәр менән дә иҫтә ҡала. Ил башлығы үҙ-үҙен эш менән тәьмин итеүселәрҙе һалымдарҙан азат итеү тәҡдиме индерҙе. Владимир Путин әйтеүенсә, бындай кешеләрҙе законһыҙ эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә, тип эҙәрлекләүҙе лә туҡтатырға кәрәк.

ХХХ
Уның ҡарауы, туристарға һалым түләргә тура киләсәк. Владимир Путин курорт йыйымдары индереүҙе хупланы. Туристарҙан йыйылған аҡсалар төбәкте һәм туризмды үҫтереүгә ҙур этәргес булыр ине, тигән фекерҙә ил башлығы.  Рәсәйҙең финанс министры Антон Силуанов әйтеүенсә, түләүҙәрҙең һәр кешенән 50-150 һум булыуы ихтимал.

ХХХ
Ғөмүмән, Антон Силуанов был аҙнала шаҡ ҡатырҙы. Дмитрий Медведев менән осрашыуҙа ул киләһе йылдан уҡ хеҙмәт хаҡынан страховка иғәнәләрен 29 процентҡа еткереү  тәҡдиме индерҙе. Йә булмаһа, килемгә һалымды 20 процентҡа тиклем арттырыу вариантын ҡарарға кәрәк, тине ул.

ХХХ
Шул уҡ финанс министрлығы эшләп йөрөгән һәм килеме 1 миллион һумдан ашып киткән хаҡлы ялдағыларҙы пенсияһыҙ ҡалдырыу тураһында һүҙ йөрөтә. Шулай уҡ йәшәү минимумынан ике ярым тапҡырға күберәк килем алыусыларға ла пенсия түләмәү күҙҙалана. Был алым ил ҡаҙнаһын өс йылда 450 миллиард һумға экономиялау мөмкинлеге бирә, ти Силуанов.  

ХХХ
Әйткәндәй, пенсияны индексациялау урынына бер тапҡыр түләнә торған биш мең һумды ла һәр береһе ала алмаясаҡ. Дәүләт ярҙамынан сит илдәрҙә йәшәгән пенсионерҙар мәхрүм ителә. Улар өс йөҙ тирәһе кеше. Хәйер, хаҡлы ялға сығып сит илдә йәшәп ятҡан граждандарға ул биш мең кәрәкме икән ни? Уның ҡарауы, бюджет миллион ярым һумын янында ҡалдыра.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика