Аҙна яңылыҡтары. Ямалда аслыҡ иғлан итеүсе яҡташтарыбыҙҙың мәсьәләһе асыҡ ҡала

Аҙна яңылыҡтары. Ямалда аслыҡ иғлан итеүсе яҡташтарыбыҙҙың мәсьәләһе асыҡ ҡала 13.11.2016

Башҡортостандан иллегә яҡын кеше хеҙмәт хаҡы алмайынса ҡайта ла алмай ята тип хәбәр иткәйнек инде. Өс ай буйы бер тин аҡса күрмәгән эшселәр сараһыҙлыҡтан аслыҡ иғлан итеп ил етәкселегенә мөрәжәғәт итте. Был ваҡиға менән хоҡуҡ һаҡлау органдары ла ҡыҙыҡһына башланы.

Эш биреүселәр яҡташтарыбыҙға хеҙмәт хаҡын өлөшләтә түләп тыуған яҡтарына ҡайтарҙы ла ул, ләкин тир түгеп эшләп алған аҡсалар тулыһынса түгел. Әле хеҙмәткәрҙәр компанияның Өфөләге офисын штурмлай. Эш биреүсе хеҙмәт хаҡы ни бары бер аҙнаға ғына тотҡарланды тип аҡлана.
Аслыҡ иғлан итеүселәр эштән бушатыуҙарын һорап, ғариза яҙған. Ләкин ойошма хеҙмәткәрҙәр менән тулыһынса иҫәпләшергә ашыҡмай. Тимәк, беҙ ике ай буйы ҡоллоҡта йөрөгәнбеҙ килеп сыға, ти хәҙер инде элекке вахтовиктар.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика