АҘНА ЯҢЫЛЫҠТАРЫ. Яңы йылда водителдәрҙе тағы бер яңылыҡ көтә

АҘНА ЯҢЫЛЫҠТАРЫ. Яңы йылда водителдәрҙе тағы бер яңылыҡ көтә 23.10.2016

Быныһы яҡшы хәбәр. Автомобилдәрҙә балаларҙы йөрөтөү ҡағиҙәләре бер аҙ йомшартыла. Әле  бала 12 йәше тулғансы креслола ултырырға мәжбүр булһа, тиҙҙән ете йәшкә тиклем генә тейеш буласаҡ. Быны белгестәр ун ике йәштә лә баланың ҙур кәүҙәле булыу ихтималлығы менән аңлата. Уның ҡарауы, кескәй пассажирҙың аҫтына мендәр һалып йөрөтөү, бустерҙар, хәүефһеҙлек ҡайышына бәләкәстәр өсөн адаптерҙар ҡулланыу бөтөнләй тыйыласаҡ.

Ҡулланышта тик махсус креслолар ғына булырға тейеш. Тап ошо яңылыҡ мәмкинлектәре сикләнгән балалары булғандарҙа ризаһыҙлыҡ уята ла инде. Инвалид балаларҙы креслоға ғына ултыртып йөрөтөү ауыр. Ғәҙәттә, уларҙы артҡы ултырғыстарға ятҡырып та йөрөйҙәр. Юл инспекторҙары бындай осраҡта аңлап, артыҡ бәйләнеп бармай. Ләкин, законға үтә етә тоғро ҡалып штраф һалған хоҡуҡ һаҡсылары ла бар. Нишләргә һуң әгәр пассажирҙың мөмкинлеге сикләнгән булһа?
Людмила әсәһе менән художество мәктәбенә түңәрәккә йыйына. Альбом, ҡәләмдәр рюкзакка инеп ятҡан төп кәрәкле әйберҙәр. Һүрәт төшөрөү ҡыҙға донъяны танып белеү, яңы дуҫтар табыу өсөн кәрәк. Людмила аутизм сиренә дусар, шуға ул кешеләр менән аралашып бармай. Бала сикләүҙәрҙе лә бөтөнләй яратмай. Мәҫәлән,автомобилдә уны бәләкәстәр өсөн махсус креслоға ултыртыу мөмкин түгел, ти Анастасия. Ҡайышты эләктереүгә лә яңыраҡ ҡына ризалашҡан. Ҡайһы осраҡта был әсә кеше өсөн матди сығымдарға әйләнә.
Анастасия Морозова: «Бер тапҡыр юлда инспектор туҡтатты. Ҡыҙым махсус креслола ултырмағанға штраф һалды. Мин уға аңлатып та ҡараным, үтендем, ләкин ул аңламаны. Закон буйынса 12 йәше тулмаған икән, баланың креслоһы булырға тейеш».
Анастасияға аҙаҡ ДПС полкына барып, ҡыҙының ысынлап та, сирле булыуын иҫбатларға тура килә. Бының өсөн Людмиланың бөтә медицина справкалары һәм бер көн ваҡыт талап ителә. Һөҙөмтәлә штраф юҡҡа сығарыла, ләкин ғаиләнең көн дә йә мәктәпкә, йә түңәрәктәргә йөрөгәнен иҫәпкә алғанда, осраҡтарҙың саманан тыш артып китеүе бар.
Анастасиянан айырмалы рәүештә, Эльвира малайы Илдарҙы күтәреп йөрөргә мәжбүр. Баланы фалиж һуҡҡан, шуға ул атламай. Өҫтәүенә, уны автомобилгә ултыртырға ла ярамай. Бары тик ятҡырып йөрөтөргә була. Үҙенең транспорт сараһы булмаған әсә өсөн был өҫтәмә ҡыйынлыҡтар тыуҙыра, ураған һайын таксистарға инәлергә тура килә. Ярай әле юл хәүефһеҙлеге инспекторҙары менән күңелһеҙ осраҡтар әлегә булмаған.
Шулай итеп, һаулығы яғынан мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың ата-әсәләренә такси водителдәренең, инспекторҙарҙың миһырбанлығына өмөт итергә генә ҡала. Йыш осраҡта кешелеклек еңә әлбиттә, әммә әлегә баланы автомобилдә махсус ҡоролмаһыҙ йөрөтөү закон боҙоу булып ҡала, һәм бының өсөн 3 мең һумлыҡ яза ла ҡаралған. Ульяновск ҡалаһында йәшәүсе Александр Кастолин мәҫәлән, штраф түләп арығас, тура Владимир Путинға мөрәжәғәт итергә була. Ир церебраль фалиждан яфаланыусы бала атаһы, һәм уны көн дә дауаханаға процедураларға алып барырға мәжбүр. Малайҙы ятҡырып йөрөтөр өсөн Александр «Соболь» автомобиле һатып алып, махсус урындыҡ эшләп тә ҡуя, ләкин инспекторҙар барыбер ҡоролманы талапҡа яуап бирерлек тип тапмай һәм ураған һайын штраф сәпәй. Әле ата кеше интернет селтәрендә ил президенты һәм депутаттарға видеомөрәжәғәт урынлаштырған.
Ысынлап та, ҡыҙыҡ хәл, закон сәләмәт балаларҙы ла, үҫешендә үҙенсәлектәре булғандарҙы ла бер тиң итеп ҡарай. Яраймы, ярамаймы, ғәзизеңде автомобилгә ултыртаһың икән, ҡайышын эләктер йә махсус креслоға урынлаштыр. Ә бит фалиждан яфаланыусы ҡайһы бер балаларҙы ултыртыу һаулыҡтарына ҙур зыян килтерә, ә аутист сабыйҙарҙың хәрәкәтен сикләү көслө өйәнәккә сәбәпсе булыуы бар. Тимәк, законға үҙгәреш индереү урынлы булыр ине. Башта мәсьәләне өйрәнеү өсөн медицина әһелдәрен һәм башҡа белгестәрҙе йәлеп итергә кәрәк.
Николай Никитин, Башҡортостандың дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай комитеты рәйесе: «Минеңсә, законда сәләмәт һәм мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы автомобилдә нисек йөрөтөп булыуын аңлатыусы аңлатмалар булырға тейеш. Бының өсөн әлбиттә, ҡануниәткә тейешле үҙгәрештәр индерергә кәрәк. Төҙәтмәләр проекты белгестәр тарафынан тикшерелгәндән һуң, йәмғиәттең фекерен дә ишетеү урынлы булыр».
Әлегә фалиж һуҡҡан, аутизм сиренән яфаланған балаларҙың ауырыуын киҫкенләштермәү өсөн уларҙы автомобилгә ултыртҡанда штраф түләргә әҙер булырға кәрәк. Йә иһә махсус транспорт һатып алырға. Уның хаҡы 3 миллион һумдан башлана.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика