Аҙна яңылыҡтары. Башҡортостанда 15 йәше тулған йәштәргә никах теркәү хоҡуғы бирелә 11.02.2017

Быға тиклем рәсми өйләнешеү өсөн иң түбән йәш билдәләнмәгәйне. Шулай ҙа иртә ғаилә ҡороу өсөн талаптар ҙа ҡәтғи. Ҡыҙҙар бала көткән осраҡта никахты 15 йәштә лә теркәү  рөхсәт ителә. Яңы ҡағиҙәләр тәү сиратта педофилияны иҫкәртеүгә йүнәлтелгәнСөнки хәҙер  15 йәшкә тиклемге ҡыҙ менән енси мөнәсәбәткә ингәндә, закон алдында мотлаҡ яуап тоторға тура киләсәк, йәғни был бәйләнеште енәйәт тип ҡарарға мөмкин. Икенсенән, закон иртә бала тапҡан ҡыҙ балаларҙы һәм уларҙың сабыйҙарын  яҡлауға ҡоролған. Улар ҙа әсә булараҡ дәүләт ярҙамы һәм социаль яҡлауға хоҡуҡ аласаҡ. Шулай уҡ өйләнешергә йәше тулмаған тип егет кеше лә яуаплылыҡтан ҡаса алмай, ти депутаттар.

Әйткәндәй, прокуратура никахҡа инеү йәшен 14-кә тиклем түбәнәйтеүҙе һорай ине. Ә депутаттар ун алты йәштә ҡалдырыу яҡлы булып сыҡты. Бәхәс ҡорғандан һуң 15 йәшкә туҡталырға ҡарар ителде. Әле республикала йыл һайын иртә  өйләнешеүҙең 15-20 осрағы теркәлә. 16 йәшкә тиклем 4-5 ҡыҙ бала таба. Ҡабаланып ғаилә ҡорғандары өсөн закон проекттары Рәсәйҙең 20-нән ашыу төбәгендә ҡәтғиләштерелгән, хәҙер Башҡортостан да ошо исемлектә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика