Аҙна яңылыҡтары. Йәмәғәт транспорты мәсьәләһе кисекмәҫтән хәл ителергә тейеш 13.11.2016

Был турала Рөстәм Хәмитов белдергәйне. Республика етәксеһе әйтеүенсә, баш ҡалала автобустар хәрәкәте бөтөнләй ойошторолмаған. һөҙөмтәлә авариялар, кеше тапатыуҙар һәм тығындар. Йәмәғәт транспорты ниндәй йүнәлештә үҙгәрәсәк? Урамдарҙа ҡасан тәртип урынлаштырылыр?

Туй кортежы сигналдарынан айырмалы, был йәмәғәт транспортыныҡы асыулы яңғырай. Кем, ҡайҙа ашығылар, аңлауы ауыр. Был Өфөнөң «Үҙәк баҙар» туҡталышы көндөҙгө сәғәттәрҙә, ә киске ваҡытта иһә әлеге урын ҙур мәхшәргә әйләнә. Автобустар өсәр-дүртәр рәткә тигәндәй тығылып пассажирҙарын «сүпләй». Хәүефһеҙлек ҡағиҙәһен әйтеп тораһы ла түгел. Ә халыҡҡа  иң мөһиме - тиҙерәк барыр урынға етеү.
Төрлө яҡлы фекерҙәр, уйланырға урын ҡуя. Йәмәғәт транспорты инфраструктураһы, ғөмүмән аҡһай тиеүселәр ҙә юҡ түгел. Был аңлашыла. Сөнки ҡайһы бер автобустарға инерлек тә түгел. Йә йөрөгән ерендә янып бара...
Юл-траспорт ваҡиғаһына тарыған осраҡтар ҙа бар. Уларҙың бәхетһеҙ тамамланғаны ла юҡ түгел. Ул ғына ла түгел, пассажирҙарын бүлешә алмай, водителдәрҙең юл уртаһында көс һынашыуҙары ла ғәҙәти күренеш.
Ҡыҫҡаһы, һүҙ ПАЗИК-тар тураһында. Был йәмәғәт транспорты  ҡала тулы. Хатта республика етәкселегендә лә улар  ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы.
Юлдарҙағы ығы-зығы бер автобустарға ғына ҡағылмай, ҡала буйлап трамвайҙар хәрәкәте лә тотҡарланды. Быға электрлинияларын алып ташлап, асвальт түшәүҙәре сәбәпсе булды. Октябрь проспекты хәҙер тотошлайы менән автомобиль юлына әйләнде. Һөҙөмтәлә ҡала ике өлөшкә бүленде. Миллионлап кеше йәшәгән ҡалала экологик яҡтан таҙа йәмәғәт транспортына мохтаж. Әлеге ваҡытта ҡаланың көньяҡ һәм төньяҡ өлөшөн тоташтырыусы яңы маршрут планы бар барлыҡҡа, тик финанслауҙы талап итә. Ҡайһы бер компаниялар ҙа ғәйепте шәхси ойошмаларҙан эҙләй. Проблеманы хәл итеүҙең юлы - ваҡ автобустар һанын кәметеүендә күрә.
Сергей Паскин, «Башавтортранс» дәүләт унитар предприятиеһының генераль директоры урынбаҫары: «Ҡала үҙәгендә, бигерәк тә Октябрь проспектында транспорттың күплеге һәр кемгә мәғлүм. Быға бәйле урамдарҙа тығындар ҙа барлыҡҡа килә. Күптәнге мәсьәлә һанала, ләкин ул әлегәсә асыҡ ҡала. Шулай ҙа, ҡаланың транспорт идаралығы был эшкә тотоноуҙарын ышандырҙы. Мәсьәлә тейешенсә ҡаралған осраҡта, шәхси, рөхсәт ҡағыҙынан тыш пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереүсе транспорттар ҙа ҡыҫҡарыр ине».
Пассажир ташыуҙы дөрөҫ ойоштороу заман талабы. Ҡала урамдары буйлап бер-береһе менән уҙышыусы автобустарҙы юҡҡа сығарырға мөмкин. Мәҫәлән, күрше республика баш ҡалаһында эштәр хәл ителгән. Әлбиттә, был бер көн эсендә генә эшләнә торған мәсьәлә түгел, шулай ҙа һөҙөмтәһен күргән. Бәлки беҙгә лә уларҙан тәжрибә алыу кәрәктер?! Әйткәндәй, быйыл йәйге осорҙа «Автобус операция» мәҫәлән, ыңғай һөҙөмтәләргә килтергәйне. Биш көн дауамында барған профилактик сара үҙ һөҙөмтәһен бирҙе тип әйтергә мөмкин. Ҡала урамдары бермә-бер бушап ҡалды, дәүләт транспортына йәшел ут ҡабынды. Ләкин ваҡытлы саралар проблеманы хәл итмәй.
Сергей храмов, Өфө ҡала хакимиәтенең транспорт һәм элемтә идаралағы етәксеһе: «Оҙаҡ йылдар халыҡҡа хеҙмәт иткән, әлеге көндә иҫкергән йәмәғәт транспорты бермә-бер яңыртылып тора. Был алым күптән алып барыла. Ҡала маршрутына шулай уҡ, электр транспортын да үҫтерергә ниәтләйбеҙ. Предприятие, институт тәҡдимдәре буйынса пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереүҙәге бар проблемалар ҙа тейешенсә өйрәнелгәс, беҙ үҙ эшебеҙҙе алып барасаҡбыҙ».
Проблеманың барлығын һәр кем белә, әммә аңлауыбыҙса аныҡ ҡына проектар юҡ. Үҙгәрештәр була ҡалһа халыҡ фекерен тыңлау зарур. Сөнки бынан бер-нисә йыл элек тиҙ йөрөшлө трамвай барлыҡҡа килеүе тураһында һүҙ сыҡты ла, тормошҡа ашманы. Сөнки халыҡ был проектҡа ҡаршы булды. Билдәле булыуынса тиҙ йөрөшлө трамвай юлдары проект буйынса парк аша үтергә тейеш булған. Шуға ла ниндәй ҙә булһа тәҡдимдәр индергән осраҡта, халыҡ фекерен тыңлап эшләү кәрәк тигән фекерҙә белгестәр.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика