Аҙна яңылыҡтары. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан һауа торошоноң боҙолоуы тураһында иҫкәртеүҙәр йышайғанын барыһы ла һиҙгәндер?

Аҙна яңылыҡтары. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан һауа торошоноң боҙолоуы тураһында иҫкәртеүҙәр йышайғанын барыһы ла һиҙгәндер? 28.05.2017

Кеҫә телефондарына хәҙер өс көн һайын тиерлек йә көслө ел сығыуы, йә һауа температураһының түбәнәйеүе, башҡа ғәрәсәттәр  тураһында иҫкәртеп кенә торалар. Был, әлбиттә,тәбиғәттең  тотороҡһоҙланыуы хаҡында һөйләй. Ысынлап та, май айы ғәҙәттәгенән күпкә һыуығыраҡ килде. Халыҡ зарланыр ҙа тынысланыр, ә бына үҫемлектәр донъяһы был һалҡындарҙа зыян күрһә нишләргә?

Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, республикала ужым бойҙайының 6 проценты апрель-май айҙарындағы ҡырауға бирешкән. Был 20 мең гектарҙан ашыу майҙан тигән һүҙ. Хәҙер был ерҙә техник культуралар, йә башҡа үҫемлектәр сәсергә мәжбүр буласаҡтар. Шулай ҙа уңыш булмаясаҡ тип борсолорға ярамай, ти аграрийҙар. Халҡыбыҙ ҙа бит май һалҡын килһә, ашлыҡ мул булыр, тип күҙаллаған. Тик бына баҡсасылар ғына был һынамыштарға шикләнә. Күптәрҙең бит апрель аҙағындағы селләгә ышанып сығарып ултыртылған помидорҙары, сөгөлдөр-кишерҙәре туңып юҡҡа сыҡты. Уңышһыҙ ҡалмаҫ өсөн баҡсасылар ниндәй саралар күрә? Халыҡ ҡырауҙан нисек һаҡлана?
Йәғәфәр Йәноҙаҡов  сливанан ғына түгел, барлыҡ баҡсаһынан мул уңышҡа өмөтөн өҙгән. «Былтыр май айында ҡар яуып та емеш-еләк, йәшелсә өшөмәне, быйылғы ҡырау күпкә ҡурҡынысыраҡ булып сыҡты»,-ти уҙаман. Хәҙер ул ҡыяр, помидор, ҡыҙыл боросон һаҡлап ҡалыр өсөн теплица эсендә теплица ойошторған. Төнгөлөккә асыҡ урында ултырған башҡа йәшелсәһен дә ҡаплап ҡалдыра, таң менән төтөнлөктәр һала. Баҡсасы әйтеүенсә, Әбйәлил районында ғына быйыл ҡырау ете-һигеҙ тапҡыр төшкән.
Иглиндән Гөлйыһан Шакирова ла ҡыярҙарын һаҡлап ҡалыр өсөн төнгөлөккә үҫентеләргә биҙрә-кәстрүлдәр  ҡаплай. Быйылғы ҡырауҙан хатта, теплица ла ярҙам итмәй. Үҫентеләр батарея ярҙамында  һаҡлана. Майҙа һауа торошоноң тотороҡһоҙ булыуы ҡатынды аптыратыу түгел, тамам арытҡан.  Ҡыҙыл сөгөлдөрҙөң япраҡтары ла һаман күренмәй.
Тик  йылытҡыстары ярҙамында ғына  - шиңә башлаған помидорҙар йәнә баш күтәргән.  Электр утына киткән сығымдар үҙен аҡлар тип ышана Шакировтар.
Юғалтыуҙар апрель аҙағындағы селләгә бәйле. Халыҡ көндәр йылытыуына алданып үрсметмәләрен ергә иртә ултыртты.  Благоварҙан Людмила Михайлова ла тәбиғәт шуҡлыҡтарына ышанған баҡсасыларҙың береһе. Нисәмә төр йәшелсә-емештән  редис ҡына тороп ҡалған.
Людмила Михайлова, баҡсасы: «Теплицаға ҡыҙыл борос та ултыртҡайным, улары ла һыуыҡҡа биреште. Үрсетмәләремдең бер өлөшө өйҙә әле, тағы һыуыҡтар булыр тип ҡурҡып торам. Яңынан сәсергә тура киләсәк».
Шәхси хужалыҡтар төрлө алымдар менән булһа ла үҫентеләрҙе өлөшләтә һаҡлап ҡала, ә бына ҙур предприятиелар баҫыуҙарын теплицалар менән ҡаплап ҡуя алмай. Республикала ужым культураларының яҡынса 6 проценты һыуыҡҡа бирешкән.  Был хәлде яҙҙың ғәҙәттәгенән һалҡын килеүе лә киҫкенләштергән. Хәҙер аграрийҙар зыян күргән 22 мең гектар  майҙанда бойҙай, йә арпа  сәсергә мәжбүр.  Благовар районындағы хужалыҡтарҙың береһендә генә 4 меңдән ашыу гектар майҙанда сәсеү эштәре яңынан башҡарылған.
Владислав Степаненко, хужалыҡтың баш агрономы урынбаҫары: «Ужым культураларын әсеү эштәре страховка үткәйне. Әле зыян күләмен иҫәпләйбеҙ. Юғалтыу сәбәптәрен асыҡлайбыҙ. Яҙ ҡырау иртә төштө шул, 16 апрель, 5,7 майҙа һауа температураһы  алты градусҡа  тиклем түбәнәйҙе».
Республиканың төньяҡ-көнсығышында ужым культураларының яҡынса ике проценты ғына зыян күрһә, Урал аръяғы райондарында 17 проценттан ашыу майҙандарҙы ҡайтанан сәсергә тура килгән. Юғалтыуҙар төрлө факторҙарға бәйле. Һауа торошонан тыш, орлоҡтоң сифаты, ерҙең ашламалар менән туҡландырылған, эшкәртелгән булыу-булмауы ла хәл иткес роль уйнғанй.
Агротехнологик процестарҙың теүәл үтәлеше - уңыштың яртыһы тиергә була. Һалҡын апрель-май айҙары, ысынлап та, баҫыу эштәре өсөн оло һынауға әйләнде. Шуға йылы яратҡан культураларҙы алдан сәсеп отолорға ла мөмкин, был эште күп хужалыҡтар июнгә ҡалдырған. Климат шарттарына ярашлы, ҡырау төшөү хәүефе 10 июнгә тиклем һаҡлана.  Синоптиктар иһә алдағы айҙарҙа һалҡын атмосфера фронты сигенәсәк тип вәғәҙәләй.
Ауыл хужалығы белгестәре лә көньяҡ климаттың яйлап республикаға яҡынайыуын һөйләй. Кем белә, бәлки, киләсәктә, ҡыяр-помидорҙар урынына ҡарбуз, башҡа емештәрҙе үҫтереп килем ала башларбыҙ. Теплицалар ҙа кәрәкмәҫ. Быйылға иһә йәй ҡоро килмәҫ, һыуыҡтарҙан һуң ҡалған уңышты ла тамам юҡҡа сығармаҫ тип ышанырға ғына ҡала.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика