Аҙна яңылыҡтары. Совет осоронда һәр йортта булмаһа ла, һәр мәктәптә шәхси һаҡланыу саралары, пративогаздар була торғайны

Аҙна яңылыҡтары. Совет осоронда һәр йортта булмаһа ла, һәр мәктәптә шәхси һаҡланыу саралары, пративогаздар була торғайны 05.03.2017

Ә хәҙер уларҙың ҡайҙы ятҡанын уйлап ҡарағанығыҙ бармы? Илебеҙ тыныс, күгебеҙ аяҙ ниңә борсолорға тиерһегеҙ, әммә шулай ҙа? Белмәйбеҙ. Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә лә күптәребеҙ ҡайҙа йәшенергә     шулай уҡ белмәй.  Ә бит һөжүмдән һаҡланыу урындары эшен бер ваҡытта ла туҡтатманы. Улар һаман да теләгән ваҡытта халыҡты ҡабул итергә әҙер.  Тик серле урындарға былай ғына эләгерлек түгел.

Противогаз, химик ағыуланыуҙан һаҡланыу өсөн махсус кейем, ашығыс медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн ҡумталар бер нисә ҡат ер аҫтында, ике ҡатлы ауыр тимер ишектәр артында һаҡлана. Стратегик запас кәрәк саҡта  халыҡтың  именлеген тәьмин итеү өсөн тәғәйенләнгән.
Марина Ильина, граждандар оборонаһы бүлеге етәксеһе: «Һаҡланыу ҡоролмаһында коллектив медицина аптечкаһы ла бар. Ҡумта эсендә бинт, мамыҡ хатта йылытыу муҡсаһы(грелка) ла бар. Исемлек буйынса тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн дарыуҙар ҙа һаҡлана. Был матдә химик ағыуланыу осрағында күҙҙәрҙе йыуыу өсөн тәғәйенләнгән».
Һаҡланыу ҡоролмаһының елләтеү системаһы ла уйланып эшләнгән. Кислород бында махсус таҙартҡыстар аша бирелә. Электр өҙөлгән осраҡта, генераторҙарҙы ҡул көсө менән эшләтергә мөмкин.Һыу ҙа йәшәү сығанағы. Ер аҫты ҡоролмаһында ул махсус һауыттарҙа 5 тәүлеккә етәрлек күләмдә һаҡлана. Эсәр һыу   даими алмаштырылып тора. Ҡоролмала йәшәрәнгән кеше иҫәбенә стратегик аҙыҡ-түлек запасы бүленгән.
Ғәҙәттән тыш хәл осрағында һаҡланыу ҡоролмаһында йәшеренгән кешеләр өсөн йоҡлау урындары ла ҡаралған. Әлбиттә уңайлыҡтар юҡ, әммә тере ҡалыу өсөн был шарттар ярарлыҡ тигән фекерҙә белгестәр.
Өфөлә барлығы 200-ләгән һаҡланыу ҡоролмаһы бар. Уларҙың күбеһе айырым предприятиелар өсөн тәғәйенләнгән.
Республикала ер аҫты һаҡланыу ҡоролмаларының һаны 2000 самаһы. Уларҙа 5 миллион кешене йәшерергә мөмкин тип билдәләй белгестәр. Обьекттарҙың күбеһе Советтар Союзы ососронда уҡ һалынған. Әммә уларҙы тейешле шарттарҙа тотоуға иғтибар кәмемәй. Халыҡ именлеге  төп бурысыбыҙ ти ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы баш идаралығы белгестәре.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика