«Аҙна яңылыҡтары» республика һәм ил тормошона тос өлөш индергән шәхестәребеҙ хаҡындағы яҙмалар шәлкемен дауам итә

«Аҙна яңылыҡтары» республика һәм ил тормошона тос өлөш индергән шәхестәребеҙ хаҡындағы яҙмалар шәлкемен дауам итә 16.04.2017

Улар беҙҙең арала юҡ, ләкин башҡарған эштәре тарихты, халҡыбыҙ ирешкән ҡаҙаныштарҙы сағылдыра, йылъяҙмабыҙҙы байыта. Бөгөнгө геройыбыҙ Әхтәм Ҡормаев. Ул Башҡортостан иҡтисадына нигеҙ һалыуҙа ҡатнашҡан һәм 22 йыл етәксе вазифаһында эшләгән банкир.

Әхтәм Ҡормаев республикаға бик күп арҙаҡлы шәхестәр тәрбиәләгән Кушнаренко районының Баҡай ауылынан. Иҡтисадсы. Үҙ эшенә мөкиббән бирелгән, бар ғүмерен тыуған ил үҫешенә арнаған шәхес. Талапсан да, егәрле лә, бер үк ваҡытта ғәҙел дә ине тип хәтерләй Әхтәм Нурый улын яҡындан белгәндәр. Рәғинә Ҡормаева-Усманова ла бер туған ағаһы кеүек ваҡытында банк системаһында эшләгән.
Ул билдәле яҙыусы ла, ғалим да, артист та түгел. Хеҙмәт юлы республика иҡтисадын үҫтереүгә арналған. Бөгөн дә финанс институттары һәм төбәк банктары Әхтәм Ҡормаевты Башҡортостан дәүләт банкы етәксеһе, Ватанға тоғро хеҙмәт иткән шәхес булараҡ хөрмәтләп иҫкә ала. 22 йылдан ашыу банкҡа етәкселек итә ул. Финанс системаһында ябай хеҙмәткәрҙән юғары етәксегә тиклем күтәрелә. Әхтәм Нурый улы ауыр, бер үк ваҡытта яҡты хеҙмәт юлы үткән. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында күҙе насар күргәнлектән фронтҡа алынмай, тылда фиҙаҡәрлек күрһәтә. Башҡортостанға эвакуацияланған халыҡ менән бер рәттән предприятие, заводтарҙы урынлаштырыуҙа ҡатнаша. Унан һуң илде аяҡҡа баҫтырыу осоронда ла күп көс һала.
Сергей Коровин, Башҡортостан милли банкы идарасыһы урынбаҫары: «Әхтәм Нурый улының эшмәкәрлеге баһалап бөткөһөҙ. Тап ул эшләгән йылдарҙа Башҡортостанда сәнәғәт, яғыулыҡ, химия, металлургия, машиналар эшләү тармаҡтары киң үҫеш ала. Башҡортостан банкында  аҡса һәм кредит ресурстары алғы сафҡа сыға».
Юҡҡа ғына Марсель Ҡотлоғәлләмовтың Әхтәм Ҡормаевҡа арнапған китабы "Аҡсанан да ҡиммәтерәк" тип аталмаған. публицист шәхесте төрлө яҡлап аса. Ғүмеренең аҙағынаса халҡы өсөн, республиканың иҡтисади киләсәген хәстәрләп йәшәгән иленең лайыҡлы улын китап уҡыусыһының күҙ алдына баҫтыра.
Билдәле шәхестең билдәһеҙ яҡтары әлбиттә, бының менән генә сикләнмәй. Әхтәм Ҡормаев тормош иптәше менән икеһе лә бар ғүмерен банк системаһына арнауҙарына ҡарамаҫтан, өс балаһы ла медицина өлкәһен һайлай. Һөҙөмтәлә әле балалары ғына түгел, ейән-ейәнсәрҙәре лә - һаулыҡ һағында.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика