Аҙна яңылыҡтары. Рәсәйҙә рәсми мәғлүмәттәр буйынса ғына ла 2 миллион оло йәштәге кеше йортонан ҡыуып сығарылған 04.06.2017

Ҡарауһыҙ ҡалған балаларҙы күрһәк йәлләйбеҙ, йәнебеҙ әсей, ғәйеплеләрҙе эҙләйбеҙ, бәғерһеҙ ата-әсәне һүгәбеҙ. Ә бына урамда тороп ҡалған ҡарттар тураһында бер ҙә генә улай ҡайғыртмайбыҙ. Киреһенсә, асарбаҡ тип урап үтеү яғын ҡарайбыҙ. Барыһына ла эскесе мөһөрө һуғабыҙ. Ә бит асарбаҡтарҙың да төрлөһө була. Мутлашыусылар тоҙағына эләгеп урамға сығарып ташланғандар, янғындан зыян күреп торлаҡһыҙ ҡалғандар, хәтере юғалғандар һәм башҡа сәбәптәр. Рәсәйҙә рәсми мәғлүмәттәр буйынса ғына ла 2 миллион оло йәштәге кеше йортонан ҡыуып сығарылған. Шуларҙың өс йөҙ мең тирәһе урамда көн итә. Һәм иң ҡурҡынысы ... берәҙәк ҡарттарҙың 30 процентының туғандары һәм балалары бар.

Ниғмәтйән Алдаровты асарбаҡ тормошо менән йәшәй тип уйламаҫһың да. Ярайһы уҡ яҡшы кейенгән, төҫ-башҡа ла ҡурҡыныс түгел, кеҫәһендә аҡсаһы ла бар. Ләкин 82 йәшлек ҡарт бер нисә йыл ҡайҙа етте шунда ҡунып йөрөй. Тулыһынса асарбаҡтар көнөнә төшөргә уны ваҡытында нефтсе булып эшләп алған пенсияһы ғына ҡотҡара.
Ниғмәтйән бабай туғандарына тап шул пенсияһы килгәндә генә кәрәк булып китә. Аҡса юҡ икән аталары барлығын үҙ балалары ла белмәйҙәр. Ҡуныр сығырға тип килгәндә лә ҡыуып сығаралар. Ниғмәтйән Алдаров әйтеүенсә, урам тормошо 2002 йылда йортһоҙ тороп ҡалғас башлана. Тәүҙә уны кинйә ҡыҙы тәрбиәгә ала, ләкин был изгелек  бары тик үҙ мәнфәғәтендә булып сыға. Аталарының аҡсаһына йорттарын төҙөтөп алғас, йәнә урамға сығарып ташлайҙар.
Ниғмәтйән ҡарт әле асарбаҡтарҙы ваҡытлыса йәшәтеү үҙәгендә. Ләкин бында ла оҙаҡҡа ҡалыу мөмкинлеге юҡ. Тимәк, тағы ла урам, ә бәхет йылмайһа ҡарттар йортона. Хәйер, күп осраҡта урамда ҡалыусылар үҙҙәре ғәйепле, ти белгестәр.  Проблеманың тамыры ғаилә-ара мөнәсәбәттәргә барып тоташа.
Һуңғы ваҡытта ата-әсәләрен үҙ балалары урамға сығарып ебәргән осраҡтар бик күп. Хатта, ғәҙәти күренешкә лә әйләнә бара.  Оло быуын кешеләре  йорттан үҙҙәре үк сығып китеп ғәйеп булған, йә асарбаҡ тормошона дусар булған  мәлдәр ҙә юҡ түгел. Ҡарттар йортона ла бит барҙың да урынлаштың түгел. Урындар  һанаулы. Әлеге ваҡытта Өфөнөң ҡарттар һәм инвалидтар йорт-интернатында 235 кеше йәшәй.
Валерий Ҡорамшин, Өфөнөң ҡарттар һәм инвалидтар йорт-интернаты директоры: «Оло быуын кешеләре яҡлауға һәм һаҡлауға мохтаж. Балалары һыйҙырмағанлыҡтан, йә тормош һынауынан беҙгә  килеп эләгә. Ҡарттар йортонда уларға бар яҡлап та социаль ярҙам күрһәтелә».
Урындар юҡ, дәүләт урамда ҡалыусыларҙың барыһын да үҙ ҡанаты аҫтына ала алмай булып сыҡты. Хәҙер был хеҙмәтте шәхси эшҡыуарҙар күрһәтергә тейеш. Сит илдәрҙәге кеүек. Көнбайышта социаль бизнес үҫешкән һәм ҡарттар ҙа һый-хөрмәттә ғүмер итә. Беҙҙә иһә әлеге йүнәлештәге эшҡыуарлыҡ саҡ баш ҡалҡыта ғына.
Әйткәндәй, өлкән йәштәгеләрҙе  тәрбиәгә алырға ла   мөмкин буласаҡ.  Республикала ошо туралағы закон проекты ҡарала.  Документ үҙ көсөнә инһә, «етем» ололарҙы тәрбиәгә алыу мөмкинлеге бирелә. Ҡабул итеүсе ғаиләгә ай һайын 6 мең 200 һумлыҡ матди ярҙам күрһәтеләсәк. Бынан тыш, улар ҡарауға алынған кешегә бүленгән пенсияның бер өлөшө менән дә ҡуллана аласаҡ.
Ленара Иванова, Башҡортостандың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры: «Әгәр закон ҡабул ителә ҡалһа, ул ошо йылдың 1 июленән үҙ көсөнә инә. Ололарҙы ғаиләләргә урынлаштырыу мәсьәләһен ошо ярты йыл эсендә хәл итербеҙ. Тик әлегә 24 ғаиләне генә ҡараясаҡбыҙ».
Ләкин шуныһы, үҙ балалары ташлаған ҡарттарҙы таныш түгел кешеләр тәрбиәгә алырға теләрме һуң? Әгәр әҙме-күпме аҡса алып ятырға ғына теләмәһәләр. Ләкин түләнгән өсөн генә күрһәтелгән хөрмәттең йылыһы булырмы?
Үҙ балалары ата-әсәләрен ҡарттар йортона урынлаштырып, һуңынан уларҙың күңелен уйлапмы, йә намыҫына тейгәндән һуңмә ҡабат өйөнә алып ҡайтҡан осраҡтар, бармаҡ менән һанарлыҡ булһа ла бар. Мәҫәлән, Өфөнөң ҡарттар һәм инвалидтар йорт-интернатынан былтыр туғыҙ кеше үҙ ғаиләһенә ҡайтҡан.
Ни сәсһәң, шуны урырһың. Тапҡыр халыҡ мәҡәле ни тиклем ҡаты яңғырамаһын, әммә тормош аяуһыҙ. Ҡарт-ҡоро тип урамға сығарып ебәрерҙән алда, һуңынан үҙеңдең балаларын һине лә шулай итмәҫме икән?! Ни тиһәң дә, тормош-ҡуласа, бер әйләнә, бер баҫа.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика