АҘНА ЯҢЫЛЫҠТАРЫ. Миҙгеленә тап килмәгән тәгәрмәстәрҙә йөрөү өсөн 2 мең һум штраф һалынасаҡ

АҘНА ЯҢЫЛЫҠТАРЫ. Миҙгеленә тап килмәгән тәгәрмәстәрҙә йөрөү өсөн 2 мең һум штраф һалынасаҡ 23.10.2016

Ҡағиҙәнең ҡасан ғәмәлгә инеүен Дәүләт Думаһы депутаттары йома көн үткән ултырышта билдәләргә тейеш ине, ләкин мәсьәлә ҡаралманы. Шулай ҙа законды ҡабул итәсәктәре билдәле. Сөнки ҡанун ике йылдан ашыу әҙерләнә. Былтыр миҙгеленә тап килмәгән тәгәрмәстәр файҙаланыу тыйылды ла, әммә штраф һалыу мөмкин түгел ине.

Быйыл иһә документты тейешенсә әҙерләнеләр. Хатта,тулыландырҙылар ҙа. Закон үҙ көсөнә инһә протекторҙары 1.6 миллиметрҙан да кәмерәк булған тәгәрмәстәрҙә йөрөү тыйыласаҡ. Шулай ҙа яңы ҡағиҙәләр йәмәғәтселектә һорауҙар тыуҙыра. Протекторҙарҙы кем тикшерәсәк? Сөнки, ябай инспекторҙарҙың  автомобилдең техник торошон тикшерергә хоҡуғы юҡ. Икенсенән, йәйге тәгәрмәстәр менән ҡыш иртә килгән төбәктәргә  барһаң  инспекторҙар ни тиер? Һөҙөмтәлә ришүәтселек кенә артмаҫмы?
Санаңды йәй әҙерлә, тигән халыҡ мәҡәленә асыҡ миҫал. Республикала ғына протекторҙары ашалған резина арҡаһында тиҫтәләрсә юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлә. Был хәлде яңы ҡабул ителгән ҡануниәт кенә туҡтата ала. Миҙгелгә тура килмәгән шина ямалған, ҡаптырма менән беркетелгән,  ғөмүмән, туҙған резинала йөрөү хәҙер штраф менән янай. Өҫтәүенә, водителдәр юлда туҡтатылыу менән административ яуаплылыҡҡа тарттырыла.
Урал аръяғы райондарында ҡар күҙе иртә төшөү сәбәпле, автоһәүәҫкәрҙәр ҡышҡы тәгәрмәстәрҙе ваҡытында алмаштырыуҙы хуп күрә. Урау-урау юлдарҙа йәйге резиналарҙа елдереү нимәгә килтергәнлеген һәр кем аңлай. Әбйәлил районының Асҡар ауылындағы шина монтажлау үҙәгенән халыҡ сентябрь урталарынан бирле өҙөлмәй.
Был бер. Ә ҡар һуң ятҡан төбәктәргә сыҡҡанда? Автоһәүәҫкәрҙәргә алмаш аяҡ кейеме йөрөткән кеүек, машиналарында өҫтәмә тәгәрмәстәр йөрөтөргә бурыслы булып сыға түгелме? Әйткәндәй, декабрь башында үҙ көсөнә инәсәк закон шулай уҡ, ҡышҡы резинаны йәй файҙаланыуға ла, туҙған резинала йөрөүселәргә лә ҡағыла.
Юл хәрәкәте хәүефлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре махсус ҡоролма ярҙамында протекторҙарҙың тәрәнлеген тикшерәсәк. Әгәр ул норманан кәм икән, тимәк водитель ике мең һум күләмендә штраф түләргә бурыслы. Ҡышҡы резинала 1 декабрҙән 1 мартҡа тиклем йөрөү рөхсәт ителә. Әлбиттә, был осор һәр төбәккә лә ҡағылмай. Ул тәбиғәт шарттарына ҡарап билдәләнәсәк.
Водителдәр комплектлап-комплектлап тәгәрмәстәр алырмы юҡмы, билдәһеҙ. Шина монтажлау үҙәге хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, бер машина резинаһында миҙгел әйләнәһенә алыштырмаусылар етерлек. Ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, яуым-төшөмгә ҡарамайынса, сәфәрҙәргә йәйге покрышкаларҙа сығыусылар бармаҡ менән һанарлыҡ булһа ла бар.
Хәйер, ике мең һум штраф водителдәрҙе әллә ни ҡурҡытмаҫ  тип  тә фаразларға мөмкин. Сөнки ҡышҡы шиналар комплекты икеләтә ҡиммәтерәк тора. Был осраҡта йәнә һорау тыуа. Ә кем хоҡуҡ боҙоусыларҙы тотасаҡ? Юл инспекторҙары. Ә техник күҙәтеү идаралағы хеҙмәткәрҙәре? Улар ҙа бит быға хоҡуҡлы. Тәгәрмәс протекторын тикшереүсе махсус ҡоролмалар ҙа үҙ урынын аласаҡ. Сөнки ябай линейка менән генә үлсәмәйәсәктәр бит?! Йәнә кеше факторы ла ситтә ҡалмаясаҡ, ти автоһәүәҫкәрҙәр. Йәғни,  юлдарҙа ҡулаҡса менән иҫәпләшеү йәки ришүәт биреү ҙә көсәймәҫ тимә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика