Аҙна яңылыҡтары. Дайджест

Аҙна яңылыҡтары. Дайджест 25.12.2016

Киләһе йылдан илдә «Әсәлек капиталын» алыу еңелләшә. Законға индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы, сертификатты  торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға тотонғанда уны алыу өсөн кәрәкле документтар иҫәбе кәметелде. Был башланғыс Дәүләт Думаһына Башҡортостан депутаттары тарафынан тәҡдим ителгән.

Уның ҡарауы, «Әсәлек капиталы»ның күләме 2020 йылға тиклем артмаясаҡ. Владимир Путин ошо туралағы Указға ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, дәүләт эшмәкәрҙәренең, судъялар һәм хәрбиҙәрҙең  хеҙмәт хаҡы ла 2018 йылға тиклем арттырылмаясаҡ. Шулай уҡ студенттарҙың стипендияһы ла индексацияланмай.

ХХХ
Башҡортостанда тыуым кәмей. Әгәр ике йыл элек йылына алтмыш мең бала тыуһа, быйыл 57 мең 500 сабый донъяға килгән. Белгестәр был күрһәткестәрҙе үткән быуат аҙағындағы демографик хәлгә бәйләй. Һикһәненсе йылдарҙың аҙағы һәм туҡһанынсы йылдар башында ла тыуым кәмегән булған.

ХХХ
Башҡортостандың 11 табибы Рәсәйҙең иң яҡшы 500 терапевты исемлегенә инде. Рейтингты төҙөүселәр барлығы 47 меңгә яҡын табиптың  эшен баһалаған. Рейтинг табип ҡарамағындағы  биләмәлә дауаханаларға мөрәжәғәт итеү, ашығыс медицина ярҙамы саҡыртыу, диспансеризация һаны  һәм үлем кимәленә ҡарап билдәләнә. Әйткәндәй, табиптар үҙҙәре был һынау тураһында ишетмәгән дә, әҙерлек тә алып бармаған. Рейтинг төҙөүселәр уларҙың көндәлек эш һөҙөмтәләрен баһалаған.

ХХХ
Быйыл капиталь ремонт өсөн күп ҡатлы йорттарҙа йәшәүселәрҙән 2 миллиард 7 йөҙ миллион һум аҡса йыйылған. Был аҡсаларға мең ике йөҙҙән ашыу йорт төҙөкләндерелгән. Ике йыл элек капиталь ремонт өсөн милекселәрҙең 51 проценты ғына түләһә, быйыл халыҡтың 90 проценты иғәнәләрҙе теүәл индерә башлаған. Шулай ҙа 130 мең кеше түләүҙәрҙе һаман да иңҡар итә.

ХХХ
Бурысы булған 50 меңдән ашыу Башҡортостан кешеһенә сит илгә сығыу сикләнгән. Был исемлеккә бирәсәге ун мең һумдан артҡандар индерелә. Былтыр сит илгә сығыуҙы сикләү һөҙөмтәһендә һәр унынсы бурыслы тейешле сумманы ҡайтарған.


Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика