Аҙна яңылыҡтары. Дайджест

Аҙна яңылыҡтары. Дайджест 09.04.2017

Был аҙна Санк-Петербургтағы тотош илде ҡайғыға һалған террор ғәмәле менән иҫтә ҡалды. Шартлауҙа яҡындарын юғалтыусыларҙың, зыян күреүселәрҙең хәсрәте миллиондарҙың уртаҡ кисерешенә әйләнде. Тыныслыҡ, именлек яҡлыларҙы берләштерҙе, теләктәшлек күрһәтергә саҡырҙы.

Электр уты урлаған өсөн алты йылға иректән мәхрүм итеү. Дәүләт Думаһы депутаттары илдең енәйәт кодексына үҙгәрештәр индерергә тәҡдим итә. Әгәр улар хупланһа, электр сымдарына рөхсәтһеҙ тоташып ток урлаусыларға ҙур күләмдә штраф һалынасаҡ йәки иректән мәхрүм ителәсәк. Әле бындай яза нефть һәм газ урлаусыларға ҡарата  ғына ҡулланыла.

ХХХ
Ун дүрт йәшкә тиклемге үҫмерҙәргә социаль селтәрҙәр менән ҡулланыу тыйылырмы? Ленинград өлкәһенең закондар сығарыу йыйылышы Дәүләт Думаһына ошо турала закон проекты тәҡдим итте. Халыҡ һайланыусылары фекеренсә, үҫмерҙәр интернетҡа ингәндә рәсми  теркәлергә тейеш була һәм сит исемдәр аҫтында ултырыу ҙа закон менән эҙәрлекләнәсәк. Был алым балаларҙы хәүефле сайттарҙан һәм башҡа асоциаль күренештәрҙән аралар, тип иҫәпләй депутаттар.

ХХХ
Киләһе йылдан Рәсәй халҡы коммуналь хеҙмәттәр өсөн тура тәьмин итеүсе компанияларға түләй ала. Закон проекты быйыл яҙ уҡ индерелә. Әгәр ҡануниәт үҙгәрһә, газ, электр уты  һәм һыу өсөн түләүҙәр идарасы компанияларҙы ситләтеп үтәсәк. Шул рәүешле коммуналь бурыстарҙы кәметеү күҙ уңында тотола. Сөнки тап идарасы компанияларҙың түләүҙәрҙе һуңлатыуы йәки бөтөнләй оҙатмауы проблема тыуҙыра.

ХХХ
Тағы бер яңы закон проекты водителдәргә ҡағыла. Эске эштәр министрлығы юл ҡағиҙәләрен боҙоусыларҙы телефонға төшөрөлгән фотолар ярҙамында яуапҡа тарттырырға тәҡдим итә. Әгәр башланғыс хупланһа, юл хәрәкәтендә ҡатнашыусы һәр кем тәртип боҙоусыны фотоға төшөрөп  махсус сайтҡа ебәрә ала. Артабан инспекторҙар штраф яҙасаҡ.  

ХХХ
Дәүләт Думаһында эшләүсе Башҡортостан депутаттары ла хеҙмәттәштәренән ҡалышмай. Рафаэль Мәрҙәншин водителдәрҙе яҡлаусы закон проекты тәҡдим итте. Әйткәндәй, ул өсөнсө уҡыуҙы үткән дә инде. Тимәк, тиҙҙән юл-патруль инспекторы административ протокол төҙөгәндә водителгә ҡаршы ялған күрһәтмә бирһә, дүрт айға тиклем ҡулға алыныуы ихтимал. Йәки йөҙ меңдән алып өс йөҙ мең һумға тиклем штраф түләйәсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика