Аҙна яңылыҡтары. Дайджест 27.11.2016

Был аҙна республика халҡы өсөн тетрәндергес ваҡиғалары менән мәңгелеккә хәтерҙә ҡалды. Башҡортостан йәмәғәтселеге бер юлы ике ҙур юғалтыу кисерҙе. 78-се йәшендә билдәле фольклорсы ғалим, филология фәндәре докторы, профессор Әхмәт Сөләймәновтың йөрәге тибеүҙән туҡтаны. 26 ноябрь иртәһе лә ҡайғылы хәбәр алып килде. 81-се йәшендә Башҡортостандың халыҡ артисы Фәрит Бикбулатов арабыҙҙан китте.  

Рәсәй хөкүмәте киләһе йылдың 1 июленән артасаҡ коммуналь түләүҙәрҙең тарифтарын билдәләне. Иң юғары хаҡтар Мәскәүҙә. Ете процентҡа күтәреләсәк.Санкт-Петербург, Камчатка һәм Яҡут республикаһында 6 процентҡа, Башҡортостанда тарифтар 5.8 процентҡа арта.

ХХХ
Илдең транспорт министрлығы 3 ярым тоннанан да артыҡ тейәгән йөк автомобилдәренән дә юл хаҡы алыу тураһында һүҙ ҡуйырта. Әле «Платон» системаһына 12 тоннанан артыҡ тейәгәндәр генә түләй. Әгәр был хәбәр ҙә тормошҡа ашһа, автомобилдәргә йөкмәгән  ауырлыҡ тағы ла ябай халыҡ иңенә ятасаҡ.

ХХХ
Шәхси эшҡыуарҙарға һыра һатыуҙы тыйырға тәҡдим итәләр. Финанс министрлығы белгестәре әйтеүенсә, йүнселдәр һыра һатыуҙан алған килемгә декларацияны тулыһынса сағылдырмай. Йәшерен сауҙа арҡаһында бюджет ҙур сығымдар кисерә. Эшҡыуарҙарға берәмләп һатыуҙы тулыһынса тыйыу хәйерлерәк, тип иҫәпләй иҡтисадсылар.

ХХХ
Туғыҙ ай һөҙөмтәләре буйынса республикала эш урындарында 45 кеше һәләк булған. Былтырғы менән сағыштырғанда, 18 осраҡҡа  күберәк. Шулай уҡ эш урындарында йәрәхәтләнеүселәр һаны ла быйыл артып 93 хеҙмәткәргә еткән.

ХХХ
Башҡортостанда быйыл 923 кеше сысҡан биҙгәге менән зарарланған. Был күрһәткес былтырғы менән сағыштырғанда, бер ярым тапҡырға кәмерәк. Ауырыусыларҙың 70 проценттан ашыуы инфекцияны урманда йоҡторһа, ҡалғандары йорт шарттарында зарарланған. Сысҡан биҙгәге бөйөрҙәрҙе эшлектән сығара һәм ваҡытында дауаламаған осраҡта үлемесле тамамлана.

ХХХ
Ирәмәлдә һәм «Шүлгәнташ» мәмерйәһендә мобиль элемтә барлыҡҡа киләсәк. Сигналдар ҡабул итеүсе вышкаларҙы киләһе йыл урынлаштырыу күҙаллана. Элемтә булған ерҙә ул тағы ла яҡшырһа, төпкөлдәрҙә бәйләнеш менән интернет та барлыҡҡа киләсәк, ти операторҙар. Иң мөһиме туристар өсөн уңайлыҡтар яҡшыра . Аҙашыу, аймылыш булыуҙар кәмейәсәк.

ХХХ
Хәйбулла районы Әбделнасир ауылында ике йөҙ баш йылҡы өйөрөнән 60-лап ат юғалған. Тибендә Баймаҡ, Хәйбулла районында йәшәүселәрҙең малы йөрөгән.  Аттарҙы полиция хеҙмәткәрҙәре, көтөүселәр икенсе аҙна эҙләп тә таба алмай. Әлеге ваҡытта ике көтөүсе йылҡыларҙың эҙенә төшөп, Ырымбур өлкәһенең Ирекле һыуһаҡлағысы янына барып сыҡҡан.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика