Аҙна яңылыҡтары. Дайджест 07.05.2017

Рәсәй Ҡырғыҙстанға 240 миллион доллар бурысын ғәфү итте. Был йомартлыҡты ил  етәкселеге Ҡырғыҙстан үҫешенә ярҙам итеү теләге менән аңлата

Башҡортостан  халҡының  матди хәле насарая.  Статистика хеҙмәте ойошторған һорау алыу һөҙөмтәләренән күренеүенсә, респонденттарҙың 1 процентының  аҡсаһы туҡланыу өсөн дә етмәй. 22 процент аҡсаһын  кейем-һалымға һәм коммуналь түләүҙәргә көскә еткерә. Һорау алыуҙа ҡатнашыусыларҙың 45 проценты урта хәлле, әммә ҙур әйберҙәр һатып алыу ауырға тура килә.  Респонденттарҙың ни бары 2 процентының ғына теләгән әйберен һатып алырлыҡ аҡсаһы бар.

ХХХ
Республика микрозаймдар алыу буйынса илдә тәүге урында килә. Башҡортостанда бәләкәй финанс ойошмаларҙан алынған кредит күләме йыл башынан алып 6 процентҡа артып 7 миллиард һумға еткән. Был күрһәткес буйынса, беҙҙән хатта  Мәскәү менән Мәскәү өлкәһе лә ҡалыша

ХХХ
Был аҙнала Өфөлә тағы ер убылды.  Ибраһимов бульвары 25-се  йорт эргәһендә барлыҡҡа килгән соҡорҙоң тәрәнлеге өс метр, киңлеге бер метр самаһы. Баш ҡалала карст бушлыҡтары  ишелеүе тәүгә түгел. Былтыр ноябрҙә Интернационал урамында ер аҫтына «Лада Калина» автомобиле киткәйне.

ХХХ
Эҙәрмәндәр отрядына субсидия күләме арттырыла. Был  туралағы ҡарар шаршамбы Башҡортостан Хөкүмәтенең Президиум ултырышында ҡабул ителде. Республикала хәбәрһеҙ юғалғандарҙың исемен тергеҙеү менән 50-гә яҡын  эҙәрмән отряды шөғөлләнә. Субсидиялар күләме артыуы  эшмәкәрлекте тағы ла киңерәк йәйелдерергә булышлыҡ итә. Миҫал өсөн, былтыр Бөрө ҡалаһының  эҙәрмәндәр отряды  2 миллион 100 мең, Туймазылар 1 миллион 800 мең һум грант яулаған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика