Аҙна яңылыҡтары. Дайджест

Аҙна яңылыҡтары. Дайджест 05.03.2017

Был аҙнала беренсе марттан байтаҡ закондарға үҙгәрештәр индерелде. Уларҙың береһе  урман ситендә  йәшәүселәргә ҡағыла.Бынан ары  урмандың  янғын хәүефһеҙлеге өсөн яуап биреү һәм яҙын -көҙөн биләмә янындағы 10 метр тирәһе ерҙе  ҡороған сүп-сарҙан таҙартыу ҙа уларҙың иңенә төшәсәк.

Рәсәйҙә яңы облигациялар барлыҡҡа килеүе ихтимал. Был турала  илдең финанс министры Антон Силуанов белдерҙе. Ведомство етәксеһе фекеренсә, федераль займ менән ҡиммәтле ҡағыҙҙар һатып  халыҡта һаҡланған аҡсаларҙы эйләнешкә индереү мөмкин. Облигациялар проценты йылдан-йыл артып бара һәм уның хужаһы ярты йылға бер проценттарын аласаҡ,  тип күҙаллана.  

ХХХ
Был аҙнала либерал демократтар ҙа Ләүләт Думаһында барлығын белгертеп алды. Иван Сухарев Ватанды һаҡлаусылар көнөн августҡа күсереү кәрәклеген тәҡдим итте. Башланғыс авторы фекеренсә,  был байрам рус милләтенең асылына тура килмәй. Йәнәһе лә, рус яугирлеге көнөн революцияға тиклем  29 августа билдәләгәндәр.

ХХХ
Либерал демократтарға берҙәм тауыш биреү көнө лә оҡшамай булып сыҡты. Һайлауҙарҙы улар йәкшәмбенән эш көнөнә -шаршамбыға күсертмәксе. Был  үҙгәреш сәйәси компанияла ҡатнашыусылар ҙанын арттырасаҡ, тигән фекерҙә депутаттар.

ХХХ
Ә бына Берҙәм Рәсәйҙәр уҫал эттәр хужаларына моронлоҡ кейҙермәксе. Депутаттар әйтеүенсә, эт тешләгән осраҡта уның хужаһына енәйәт эше ҡуҙғатылырға тейеш. Ә инде хайуан хужаһыҙ булһа яуаплы етәксегә эш ҡуҙғатыласаҡ. Башланғыс авторы Дәүләт Думаһының хәүефһеҙлек һәм коррупцияға ҡаршы көрәш комитеты рәйесе. Күрәһең илдәге ришүәтселекте ул тамырынан ҡоротҡан һәм эттәргә тотонған.

ХХХ
Микрофинанс ойошмалар халыҡты талай, ә халыҡ уларҙы. Һуңғы арала тиҙ аҡса таратыусы ойошмаларға һөжүм итеүҙәр йышайҙы. Уҙған ял көндәрендә Өфөлә билдәһеҙ кеше микрозаймдар биреүсе офисты талаған. Енәйәт мәлен видеокүҙәтеү камераһы төшөрөп алған. Егет  40 мең һумдан ашыу аҡса урлай.

ХХХ
Беренсе мартта  башҡорт ғаиләһе көнө билдәләнде.  Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы   быйыл тәүгә билдәләнде. Ошо уңайҙан Өфөлә «Матур ғаилә - ил ҡото» тип исемләнгән түңәрәк өҫтәл, унан һуң ур байрам тамашаһы ойошторолдо. Башҡорт ғаиләһе көнөн йәмәғәт ойошмалары изге валентин байрамы урынына билдәләргә тәҡдим итә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика