Аҙна яңылыҡтары. Дайджест

Аҙна яңылыҡтары. Дайджест 11.02.2018

Хеҙмәт баҙарында ла үҙгәрештәр көтөлә. Башҡортостан етештереүсәнлекте күтәреү буйынса Рәсәйҙең 6 пилот төбәге исемлегенә ингән. Программа сиктәрендә быйыл республикала мәшғүллекте үҫтереү өсөн 187 миллион һум аҡса йүнәлтеү ҡарала. Был сумманы меңдән ашыу кешене уҡытыу, ҡыҫҡартыу алдында тороусыларға булышлыҡ итеү өсөн тотоноу күҙаллана.

Эшсе һөнәр эйәләре бер майҙанға йыйылды. Штукатурҙар, ашнаҡсылар, иретеп-йәбештереүселәр «Йәш профессионалдар» тип аталған республика асыҡ чемпионатында ҡатнаша. Быйылғы бәйгелә һөнәрселек училищелары һәм колледждарында белем алыусы 300-ҙән ашыу студент ҡатнаша. Еңеүселәр 37 номиниция буйынса билдәләнә. Ойоштороусылар әйтеүенсә, ярышҡа Мәскәү, Һамар, Ҡазан, Әстрхан кеүек төрлө ҡала вәкилдәре килгән. Бөтә Рәсәй конкурсының һайлап алыу этабынан үткәндән һуң, еңеүселәр республика данын федераль кимәлдә яҡлаясаҡ.

ХХХ
Рәсәй фәне көнө уңайынан йәш ғалимдарға грант тапшырылды. Дәүләт ярҙамына  дәғүә итеп 160-тан ашыу  эш ебәрелгән. Уларҙың егермеһе лайыҡлы тип билдәләнде. Туҡһан мең һумлыҡ грантты асыштарҙы артабан да камиллаштырыуға йүнәлтеп буласаҡ.

ХХХ
Өфөнән Артур Шайхатаров та  һуҡырҙар һәм һаңғырауҙар өсөн мобиль ҡушымта уйлап сығарған. Был асышы өсөн ун беренсе класта ғына уҡыусы программист 500 мең һум күләмендә грант отҡан. «Тормош тойғоһо» тип исемләнгән  махсус программа мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә ситтән тороп та аралашырға ярҙам  итә. Йәғни, мобиль ҡушымта менән улар донъяның барлыҡ илдәре менән дә бәйләнешкә сыға ала.

ХХХ
«Ысын Башҡортостан» этно-тур проектын «Интурист» операторы тәҡдим итәсәк. Тотош донъяла билдәле сәйәхәт ойоштороу компанияһы менән берлектә эшләү республиканың эске туризмын үҫтереүгә ҙур аҙым буласаҡ. Быға тиклем бер генә проект та  ҡеүәтле оператор иғтибарын йәлеп итә алғаны юҡ ине. «Ысын Башҡортостан» проектын ойоштороусылар әйтеүенсә, тотош донъяла  эшләүсе операторға инеү республикала туризмды үҫтереү өсөн киң мөмкинлектәр аса.

ХХХ
Өфөлә Европаның һуңғы географик нөктәһен билдәләүсе тамға барлыҡҡа  киләсәк. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2016 йылдан Өфө Европаның иң көнсығыш өлөшө булараҡ Гиннес рекордтар китабына индерелгәйне.

ХХХ
Башҡортостан «Берҙәм дәүләт имтихандарын ата-әсәләр менән бергә тапшырыу көнө» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушыла. Сараның маҡсаты сығаралыш синыф уҡыусыларының ата-әсәләрен имтихандың бөтә этаптары менән таныштырыу. Улар металл эҙләү ҡоролмаһы аша үтеп, бланк тултырғас Берҙәм дәүләт имтиханында буласаҡ темаларға оҡшаш эштәрҙә үҙҙәренең белемен тикшереп ҡарай ала. Имтиханды киң мәғлүмәт саралары вәкилдәренә лә тапшырыу мөмкинлеге ҡаралған.  

ХХХ
Был аҙнала баш ҡалала «Төньяҡ амурҙары» уҡтан атыу буйынса махсуслаштырылған клуб асылды. Хәҙер үҫмерҙәр аҙнаһына ике тапҡыр «Глобус» үҙәге нигеҙендә бушлай шөғөлләнә ала.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку