Аҙна яңылыҡтары. Дайджест 13.11.2016

Башҡортостанда яңы федераль инспектор. Был вазифаға биш йылға яҡын Республиканың эске эштәр министры булып эшләгән  Михаил Закомалдин тәғәйенләнде.

«Күп балалы ғаиләләргә үҙ көсөнә генә ышанырға тура киләсәк. Депутаттар был категорияға ҡараған ғаиләләргә бушлай бүленә торған ер участкаһына коммуникациялар үткәреү тураһындағы закон проектын иңҡар итте. Йәғни, ер хужалары уңайлыҡтарҙы үҙ көсө менән хәстәрләргә тейеш була.

ХХХ
Уның ҡарауы, республика хөкүмәте күп балалы  ғаиләләрҙе мәктәп формаһы менән тәьмин итергә ҡарар итте. Бының өсөн республика ҡаҙнаһынан 25 миллион һумдан ашыу аҡса бүлеү күҙаллана. Дәүләт ярҙамын аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр аласаҡ.

ХХХ
Ә бына йөк автомобилдәре водителдәренә киләһе йылдан ауырға тура киләсәк. Транспорт министрлығы «Платон» системаһы тарифтарын 1 февралдән арттырырға уйлай. 12 тоннанан да ауырыраҡ тейәгән машиналар километры өсөн  2 һум 61 тин түләргә тейеш була. Ә июндән ул 3 һумдан да юғары күтәрелер тип көтөлә.  Хәйер, транспорт компаниялары был йөктө ябай халыҡ иңенә япһырыуы көн кеүек асыҡ.

ХХХ
Транспорт хужалары өсөн тағы бер яңылыҡ. Декабрҙән республикала  автомобилдәрҙе эвакуациялау ҡағиҙәләре бер аҙ йомшара. Әгәр хужаһы машинаны алып китмәҫ борон ваҡиға урынына килеп етһә, транспорт сараһы мотлаҡ ҡалдырылырға тейеш була һәм махсус туҡталҡанан сығарған  осраҡта штрафты утыҙ көн эсендә түләү мөмкинлеге биреләсәк.

ХХХ
Хәйер, депутаттар ябай халыҡтың сабырлығын төрлө яҡлап һынап ҡарарға булды, күрәһең. Киләһе йылдан тәмәке, шарап һәм яғыулыҡҡа хаҡты күтерәү тураһындағы закон проекты беренсе уҡыуҙы үтте. Уға ярашлы, акциздар 20-30 процентҡа артыр тип күҙаллана. Шулай итеп, ҡаҙнала барлыҡҡа килгән тишектәр ябай ҡулланыусы иҫәбенән ямала.

ХХХ
Баш ҡалала Тимашев ауылы эргәһендә тимер юлы аша күпер төҙөлә башланы. Уның киңлеге 18, оҙонлоға 170 метр тирәһе. Объектты сафҡа индереү  өсөн 8 йөҙ миллион һум аҡса тотоноласаҡ. Эш ике йылда тамамланырға тейеш.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика