Аҙна яңылыҡтары. Дайджест

Аҙна яңылыҡтары. Дайджест 22.01.2017

Был аҙнала ла ҡар күп яуҙы, республикала бурандар  булды. Ауыл кешеһенә лә, ҡалала йәшәүселәргә лә  көрәк тотоп тирә-яҡты ҡарҙан таҙартып инеү ҙур файҙа килтерәсәк. Берҙән -  көрткә күмелеп ҡалмаҫҡа, икенсенән - сәләмәтлеккә. Көн һайын  аҙ ғына булһа ла физик эш - һаулыҡҡа  ыңғай тәьҫир итә.

Эксперттар  2017 йылда эш хаҡы 8 процент тирәһенә артыр тип күҙаллай. Рәсәйҙең хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Максим Топилин фекеренсә, ул ҡағыҙҙа ғына түгел, ысынбарлыҡта ла күтәреләсәк. Быға ил башлығының бюджет хеҙмәткәрҙәренә махсус указы ла булышлыҡ итер тип көтөлә.

ХХХ
Ә бына Күмертауҙа йәшәүсе ирҙәр хеҙмәт хаҡы күтәрелеүен көтөп тормаған. Улар еңел аҡса эшләү юлына баҫҡан. Битлек кейгән өс ир биҙәүестәр магазинын талаған. Бурҙарҙың икәүһе витрина тәҙрәләрен яра, өсөнсөһө был ваҡытта ишек төбөндә һаҡта тора. Ҡиммәтле әйберҙәрҙе сумкаларына тултырғандан һуң, енәйәтселәр ашығыс рәүештә магазиндан сығып ҡаса. Ниәттәрен ғәмәлгә ашырыу өсөн уларға 25 секунд самаһы ваҡыт талап ителә.

ХХХ
Ә бына баш ҡала баҫҡынсыларының мәкерле уйы улай уҡ уңышлы тамамланмай. Өфөнөң аҙыҡ-түлек кибеттәренең береһенә пистолет тотҡан ике ир һөжүм итә. Ләкин һатыусылар баҙап ҡалмай. Һепертке тотоп енәйәтселәрҙе туҡмай башлай. Бындай ҡоралға ҡаршы баҫҡынсылар әҙер булмай сыға. Ҡатын-ҡыҙҙар ҡулынан саҡ ҡасып ҡотолған ирҙәрҙе полиция ҡулға алған. Улар Нуриман районы кешеләре булып сыға.

ХХХ
Ғөмүмән, был аҙнала республикала  ҡораллы һөжүмдәр байтаҡ булды. Шул уҡ Күмертауҙа бөҙрәханаға ингән ханым сумкаһынан бысаҡ сығарып хеҙмәткәрҙәрҙе ҡурҡыта. Ултырғыстарҙы емерә, сәнскеләй башлай. Ҡатынды тиҙ арала килеп ингән ир генә тынысландыра ала. Клиенттың ниндәй үсе булғандыр билдәһеҙ... Бәлки, был бөҙрәханала хеҙмәтләндерелеп сәсһеҙ тороп ҡалғандыр? Хәйер, ваҡиға сәбәптәрен асыҡлау хоҡуҡ һаҡсылары мәшәҡәте.

ХХХ
Башҡа темаларға килгәндә... Республикала сүплектәрҙең интерактив картаһы ғәмәлгә ашырыла. Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының интерактив картаһы  йәмәғәтселек фекере нигеҙендә  барлыҡҡа килгән. Халыҡтан һорау алыуҙарҙың һөҙөмтәләре буйынса бөгөн халыҡтың 40 проценттан ашыуын  теләһә ҡайҙа ташланған сүп өйөмдәре, тирә-яҡ мөхиттең  бысраныуы борсой.  Интерактив таҡта законһыҙ сүплектәрҙе асыҡларға һәм уларҙы таҙартыу эшен ойошторорға  булышлыҡ итәсәк.

ХХХ
Бөрйән бал ҡорто ҡануниәтте үҙгәртә. Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтайҙың эш  төркөмө «Умартасылыҡ» тураһындағы  закон проектына өҫтәмәләр индереү  буйынса тәҡдимдәр ҡабул итә башланы. Ул башҡорт тоҡомло бал ҡортон, солоҡсолоҡто закон нигеҙендә һаҡлауҙы күҙ уңында тота. Кире осраҡта, башҡорт тоҡомло бал ҡорттарына тиҫтә йыл эсендә юҡҡа сығыу ҡурҡынысы янай.

ХХХ
Башҡортостан юлдаш телевидениеһы Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районында бер аҙ туҡтап торғандан һуң яңынан  күрһәтә башланы. Быға район хакимиәте, район башҡорттары ҡоролтайы һәм башҡа ижтимағи ойошма вәкилдәренең республика етәкселегенә Ҡоншаҡ районы биләмәһендә Башҡортостан юлдаш телеканалы эфирын тергеҙеү үтенесе булышлыҡ итте.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика