Аҙна яңылыҡтары. Дайджест 06.11.2016

Ил башлығы Владимир Путин Башҡортостан буйынса эске эштәр министры Михаил Закомалдинды эшенән бушатты. Был вазифаны кем  биләйәсәге әлегә билдәһеҙ ҡала. Уның ҡарауы, оҙаҡ ваҡыт буш торған тәфтиш комитеты етәксеһе креслоһы ниһайәт, хужалы булды. Рәсәй Президенты был вазифаға Юстицияның генерал-майоры Григорий Житеневты тәғәйенләне. Быға тиклем ул Киров өлкәһенең тәфтиш комитетын етәкләгән.

Йомаға ҡараған төндә «Өфө» тимер юл станцияһында эзбиз тейәгән 5 вагон рельстан сыҡты. Аварияға рельстарҙы  күсереү ҡоролмаһының сафтан сығыуы сәбәпсе булған. Бәхеткә күрә, зыян күреүселәр юҡ, поездар хәрәкәтенә лә үҙгәрештәр индерелмәгән. Күптән түгел генә Бүздәк станцияһында ла химикаттар тейәгән вагондар рельстан сыҡҡайны. Ул саҡта аварияға  серегән шпалдар сәбәпсе булды. Зарарлы матдәләрҙең ҡойолоуы, зыян күреүселәр булманы.

ХХХ
Икенсел торлаҡҡа хаҡтың артыуы күҙәтелә. Был күрһәткес буйынса Өфө тотош илдә беренсе урында. Баш ҡалала икенсел торлаҡтың квадрат метры бер ай эсендә генә ике процентҡа артып уртаса 62 мең 6 йөҙ һум менән һатыла. Беҙҙән һуң Волгоград, артабан  Дондағы Ростов, Санкт Петербург ҡалалары килә.

ХХХ
Был аҙнала 2016 йылда үткән һайлауға нөктә ҡуйылды. 18 сентябрҙә үткән Берҙәм тауыш биреү көнөндә һайлаусыларҙың иркенән тыш һөҙөмтәләргә ҡағыла алырлыҡ тәртип боҙоуҙар асыҡланмаған тип билдәләнде. Бер үк ваҡытта шуныһы ла мәғлүм, ете һайлау комиссияһы рәйестәре үҙ бурыстарын башҡарыуҙан азат ителгән, өс кешегә ҡаты шелтә белдерелгән. Ошондай уҡ язаны Кушнаренко районындағы участка һайлау комиссияһы рәйесе менән секретары ла  алған.

ХХХ
Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә балалар эт көсөгөнөң тиреһен тунаған. Ҡанһыраған хайуанға ветеринар клиникала операция яһала, әле уға ҡурҡыныс янамай. Осраҡ буйынса Тәфтиш комитеты тикшереү алып бара. Ошондай уҡ хәл Хабаровск өлкәһендә октябрь урталарында теркәлгәйне. Ике бәлиғ булмаған ҡыҙ эт-бесәйҙәрҙе язалап үлтергән. Вәхшиҙәрсә ҡылығын улар видеоға ла төшөргән. Бөгөн Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәрендә лә тиерлек ошоға бәйле митингтар үтте. Халыҡ ҡыҙҙарҙы ҡаты язаларға саҡыра.

ХХХ
Аҙна башынан Рәсәйгә Төркиәнән цитрус емештәре килтерелә башланы. Төрөк экспортерҙары беҙҙең ил баҙарын ҡабат йәнләндереүҙе планлаштыра. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ике дәүләт араһындағы былтырғы низағ арҡаһында Төркиә эмбарго исемлегенә индерелә. Һөҙөмтәлә улар Рәсәй баҙарынан алған килемдең 35 процентын юғалта. Был тап цитрус емештәренә ҡағыла.

ХХХ
«Тамыр» балалар-үҫмерҙәр каналы коллективы «Тэфи-төбәк-2016» Бөтә Рәсәй телевизион конкурсының финалына сыҡты. Жюри ағзалары «Ҡымыҙ юлы» фильмын юғары баһаланы. Ә бына бронза һын хужаһы тиҙҙән Өфөлә үтәсәк финалда иғлан ителәсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика