Аҙна яңылыҡтары. Дайджест 16.04.2017

Украинала космонавтика көнөн көҙгөлөккә күсереүҙәре ихтимал. Байрамды Рәсәй менән бер үк көндә билдәләү илдең яңы тарихына тап килмәй, тип иҫәпләй Украина түрәләре.  Шуға ла ул йыһангирҙар көнөн 10 ноябргә тәғәйенләргә тәҡдим иткән. Тап ошо көндө 20 йыл элек Леонид Каденюк космосҡа күтәрелгән.

Ҡаҙаҡтар  кириллицанан латин графикаһына күсә.  Ил президенты Нурсолтан Назарбаев  яңы ҡаҙаҡ алфавитын йыл аҙағына тиклем эшләү бурысы ҡуйған. Шулай уҡ быйылдан  мәктәптәр өсөн уҡыу әсбаптарын сығара башлау планлаштырыла.  

ХХХ
Рәсәйҙә мәк сәскәһен үҫтереүҙе рөхсәт итеүҙәре ихтимал. Шулай ҙа тилерткес матдәләр булған үҫемлектәрҙе сәнәғәт күләмендә  генә үҫтерә аласаҡтар. Улар  дарыу етештереүҙә ҡулланыласаҡ. Әлегә составында наркотик матдәләр булған медицина препараттары тик сит илдә үҫтерелгән сеймалдан ғына етештерелә.

ХХХ
Араҡыға хаҡ арта. Финанс министрлығы ярты литрға минималь хаҡты 205 һум күләмендә  билдәләне. Быға тиклем бер шешә кәм тигәндә 190 һумға һатыла ине. Хаҡтарҙың күтәрелеүе илдәге инфляцияға һәм акциз баһаһы артыуға бәйле.

ХХХ
Башҡортостан халҡынан  браконьерҙар менән көрәштә ярҙам һорала. Рөхсәтһеҙ балыҡ тотоу шаһиты булғандар 8 (347) 246-07-08 һандарына шылтырата ала. Әйткәндәй, балыҡ аулау 15 апрелдән 14 июнгәсә тыйыла. Һәүәҫкәр балыҡсыларға иһә 1 майҙан 10 июнгә тиклем ярҙан тороп бер ҡармаҡҡа ғына балыҡ ҡаптырыу рөхсәт ителә. Хоҡуҡ боҙоусыларға 2 меңдән 5 меңгәсә штраф ҡаралған. Табыш күләменә ҡарап енәйәт эше лә ҡуҙғатыу ҡаралған.

ХХХ
Республика халҡын яҙҙың тәүге сәскәләрен өҙмәҫкә өндәйҙәр. Сөнки улар тамырһыҙ бер көн дә йәшәмәй сүплеккә ырғытыла. Ә бит сәскәләрҙең ҡайһы берҙәре "Ҡыҙыл китап"ҡа индерелгән һәм бер өҙөлгәс ҡабаттан үҫмәй. Тәүге сәскәләрҙе өҙгән өсөн дүрт меңдән биш меңгә тиклем штраф ҡаралған.

ХХХ
Өфө ҡалаһы хакимиәте Бөйөк Еңеүҙен 72 йыллығына арнап 5 йөҙ меңгә салют аттырасаҡ. Фейерверк  көмөш, аҡ һәм ҡыҙыл төҫтәге хризантемалар рәүешендәге 782 залптан торасаҡ. Бынан тыш, баш ҡала етәкселеге тауыш һәм ут ҡорамалдарын арендалауға 515 мең һум аҡса тотонорға әҙер.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика