Аҙна яңылыҡтары. Дайджест 14.05.2017

Был аҙна  9 май-Еңеү көнөнә арналған саралар, айырыуса бар халыҡты берләштергән «Үлемһеҙ полк» акцияһы менән хәтерҙә ҡалды. Тик  яҙҙың һуңғы айы үтеп барыуға ҡарамаҫтан көндәр һаман йылынырға уйламай. Аҙна аҙағында ҡайһы бер райондарҙа хатта ҡар яуыуы хаҡында ла мәғлүмәт бар.  Йәшәйештең башҡа өлкәләрендә лә яңылыҡтар күп. Мәҫәлән, киләсәктә етемдәр опекаға тик туғандарына ғына бирелә. Был тәрбиәгә  бала алып бизнес ҡороу осраҡтарын кәметергә тейеш. Сит кешеләргә  уллыҡҡа  алырға ғына мөмкин буласаҡ. Ләкин был осраҡта бер ниндәй ҙә ташламалар, компенсациялар ҡаралмаған.

Дәүләт Думаһына экстрасенстарҙың эшмәкәрлеген рәсмиләштереүсе закон проекты тәҡдим ителә. Әле был туралағы документ Ленинград өлкәһенең закондар сығарыу йыйылышына индерелгән. Башланғыс авторҙары фекеренсә, экстрасенс һәм бағымсы хеҙмәте күрһәтеүселәр эше дәүләт тарафынан бер нисек тә көйләнмәгән һәм уларҙан алданыусылар арта ғына. Күрәҙәсе һәм сихырсылар реестрын төҙөгәндә уларҙы контролдә тотоу мөмкин буласаҡ, ти депутаттар.

ХХХ
Өфө юлдарында  өҫтәмә 16 видеотеркәү  ҡоролмаһы барлыҡҡа килә.  Уларҙы башлыса үҙәк урамдар киҫелештәрендә урынлаштырыу күҙаллана. Ҡоролмалар светофор алдындағы стоп-һыҙығын иңҡар итеүселәрҙе теркәй. Камералар алыу өсөн федераль һәм республика ҡаҙнаһынан 80 миллион һум самаһы аҡса бүленә. Башкортостан  юлдарында әле 139, ә  Өфөлә 102 видеокүҙәтеү ҡоролмаһы ҡуйылған.

ХХХ
Башҡортостан депутаттары ғаилә ҡәберлектәре булдырыу тураһында закон проекты әҙерләй. Был ҡануниәт  муниципаль берәмектәргә зыяраттарҙа ерләү урындарын һатыу мөмкинлеге бирә. Башланғысҡа Салауат ҡалаһындағы низағ сәбәпсе. Унда баҡыйлыҡҡа киткән туғандарын ата-бабалары ятҡан урынға ерләргә теләүселәр башҡа дәғүәселәр менән янъял ҡуптарған. Закон ҡабул  ителһә, ерләү урынын үҙең һайлаған өсөн аҡса түләргә тура киләсәк.

ХХХ
Киләһе дүшәмбенән Башҡортостанда тәүге бала тыуған өсөн бирелә торған 300 мең һумлыҡ пособиеға ғаризалар ҡабул ителә башлай. Документтарҙы төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетына тапшырырға мөмкин. Күп функциялы үҙәктәр был эште һуңғараҡ башлаясаҡ. Күҙаллауҙар буйынса дәүләт ярҙамын яҡынса ике мең тирәһе йәш ғаилә алыр тип көтөлә.

ХХХ
Һуңғы ҡыңғырау көндәрендә Башҡортостанда спиртлы эсемлектәр һатыу бөтөнләй тыйыла. Республика парламенты алкоголле эсемлектәр әйләнеше тураһындағы законға үҙгәрештәр индерҙе. Ҡағиҙә боҙоусыларға 10 меңдән алып  йөҙ мең һумға тиклем штраф ҡаралған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика