Аҙна яңылыҡтары. Дайджест

Аҙна яңылыҡтары. Дайджест 30.10.2016

Рәсәй финанс министрлығы илдә ярлылыҡ буйынса пособие түләргә тәҡдим итә. Донъяның күп кенә илдәре аҙ тәьмин ителгәндәргә ярҙам итеү буйынса махсус түләүҙәр индерә. Беҙгә лә бер генә ғаилә ағзаһы эшләп 16 йәше тулмаған ике һәм унан да күберәк балаһы булғандарға  ярҙам итеү яҡшы булыр ине, ти ведомство белгестәре. Был осраҡта пособиеға дәғүә итеүсе кеше үҙенең ысынлап та, мохтаж икәнлеген дркументтар менән иҫбатларға тейеш буласаҡ. Шулай ҙа был тәҡдим һүҙҙә генә һәм  киләһе өс йылға билдәләнгән бюджетта ҡаралмаған.

Башҡортостан быйыл «Башнефть» компанияһынан 5 миллиард һумлыҡ дивиденттар аласаҡ. Был сумма көтөлгәндән кәмерәк. Сөнки былтыр республика иҫәбендә булған 25 процент акция өсөн алынған килем 7 миллиард һумдан ашҡайны. Аҙнаның һуңғы көндәрендә «Роснефть» «Башнефть» компанияһының Башҡортостандағы акцияларын да һатып алыу теләге белдереп мөрәжәғәт иткән тигән хәбәр таралды. Ләкин Башҡортостан башлығы хакимиәтенән республика был турала бер ниндәй ҙә һөйләшеүҙәр алып бармай тип яуапланылар.

ХХХ
Яңы  иҫке Мэр. Өфө ҡала хакимиәте башлығы итеп тағы ла Ирек Ялалов һайланды. Был юлы биш йылға. Быға тиклем ҡала хакимиәте башлығы  икешәр йылға ғына тәғәйенләнә ине. Ирек Ялалов сити-менеджер  вазифаһында 2014 йылдан алып эшләй.

ХХХ
Коммуналь бурыстары булған Өфөләргә 20 миллион ярым һумды ғәфү иттеләр. Дөрөҫ, йыйылып киткән пеняларын ғына. Шулай ҙа түләүҙәрҙе күтәрә алмаусыларға был ҙур ярҙам. Газ өсөн генә 830 мең аҡса ғәфү ителгән.

ХХХ
Ямал ярымутрауына эшкә сығып киткән дүрт тиҫтәгә яҡын ватандашыбыҙ аслыҡ иғлан иткән. Улар өс ай буйы эшләп хеҙмәт хаҡы ала алмай. Эш биреүсе яҡташтарыбыҙға тейешен түләмәү генә түгел, тыуған яҡтарығыҙға йәйәүләп ҡайтасаҡһығыҙ, тип янай. Ватандаштарыбыҙ сараһыҙлыҡтан  ил етәкселегенә видеомөрәжәғәт яҙҙырған.

ХХХ
Башҡортостандың 12 белем усағы Рәсәйҙең иң яҡшы 500 мәктәбе исемлегенә ингән.  Был юғары баһа бойондороҡһоҙ  эксперттар комиссияһы тарафынан бирелә. Өфөнән абруйлы теҙмәгә 4 мәғариф учреждениеһы  эләккән.

ХХХ
Башҡортостанда тәүге тапҡыр Бөтә Рәсәй сәсәндәр һәм аҡындар бәйгеһе үтте. Фестивалдә алты тиҫтәнән ашыу ҡатнашыусы  сығыш яһаны. Майҙанда Башҡортостан район-ҡалаларынан тыш, Ҡаҙағстан, Дағстан, Ҡырғыҙстан, Тыва, Яҡут-Саха, Хакас, Алтай республикаларынан, Силәбе, Ырымбур өлкәләренән һәм башҡа төбәктәрҙән килгән һүҙ оҫталары бәйге тотто.  Иң йәш башҡарыусыға һигеҙ, ә иң олоһона 85 йәш. Фестивалдең төп призын Ғафури районынан Илһам Байбулдин яуланы. Замандашыбыҙ күптәргә «Сал Урал» этно-төркөмө солисы булараҡ таныш.

ХХХ
Баш ҡалала III халыҡ-ара «Көмөш Аҡбуҙат» милли һәм этник кинофестивалендә үтте.  Конкурсҡа 254 эштең 24-е  - туғыҙ документаль, һигеҙ тулы метражлы һәм ете ҡыҫҡа метражлы нәфис фильм һайлап алынғайны. Быйыл Гран-приҙы Бангладеш режиссеры Абу Шахед Эмондың «Джалала тарихы» нәфис фильмы яуланы.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика