Аҙна яңылыҡтары. Дайджест - 11.02.2017

Аҙна яңылыҡтары. Дайджест - 11.02.2017 11.02.2017

Күсемһеҙ милекте бушлай хосусилаштырыу тағы ла һуҙылыуы ихтимал. Был юлы депутаттар уны билдәһеҙ ваҡытҡа кисектерергә тәҡдим итә. Бушлай хосусилаштырыу  1 мартта тамамланырға тейеш ине. Әйткәндәй, был процедураны туҡтатыу ниәте хәҙер инде күп тапҡырҙар һуҙыла килә. Күрәһең, халыҡты ҡабаландырып аҡса йыйып алалар.

Рәсәйҙә быйыл аҙыҡ-түлек картаһы таратыла башлаясаҡ. Унда күсерелгән аҡсаларҙы тик ризыҡ алыу өсөн генә ҡулланырға мөмкин. Социаль карта аҙ тәьмин ителгән кешеләргә генә бирелә. Аҙыҡ-түлек картаһы үҙебеҙҙең етештереүселәрҙе үҫтереүгә лә өлөш индерәсәк, ти белгестәр.

Һөткә хаҡ артыуы ихтимал. Был турала етештереүселәр үҙҙәре иҫкәртә. Хаҡтарҙы күтәреүен улар Рәсәйҙең байтаҡ төбәктәренән һөт ризыҡтары сығарыуҙы тыйыуҙары менән аңлата. Рәсәй ауыл хужалығын күҙәтеү идаралығы малдар өсөн зарарлы ауырыуҙар барлыҡҡа килеү сәбәпле, һөттөң таратылыуын сикләгәйне. Был исемлектә иң күп һөт ризыҡтары экспортлаусы Ростов өлкәһе, Татарстан кеүек төбәктәр ҙә бар.

Башҡортостан депутаттары транспорт өсөн һалым буйынса бурысы булыусыларҙың водитель таныҡлығын тартып алырға тәҡдим итә. Был башланғысты улар Дәүләт Думаһына ебәрергә уйлай. 2016 йыл һөҙөмтәләре буйынса, транспорт һалымы буйынса бирәсәк республикала 2 миллиард һумдан ашып киткән. Шул уҡ һалымдарҙан төҙөкләндерелә торған юлдарҙың торошон да закон нигеҙендә тәртиптә тотһалар ине ул.

Бөтә донъяға билдәле актер Арнольд Шварцнегерҙың  Виталий Калоев  тураһындағы фильмының трейлеры донъя күрҙе. Ватандашыбыҙ 2002 йылда Боден күле янындағы авиаһәләкәттә ғаиләһен юғалтҡайны. Һуңынан ул фажиғәлә ғәйепләнеүсе диспетчерҙан үс алып ғүмерен ҡыйҙы. Һәләкәттә 71 кешенең, шул иҫәптән 49 баланың ғүмере өҙөлдө. Уларҙың күбеһе Башҡортостан балалары ине. "478" тип исемләнгән фильм яҙ айҙарында экранға сыға.

Рәсәй фәне көнө уңайынан  бөр төркөм йәш ғалимдарға гранттар тапшырылды. Быйыл конкурсҡа туҡһанға яҡын  дәғүәсе  үҙ эшен  тапшырған. Баһалама ағзалары уларҙың егермеһен лайыҡлы тип тапҡан. Проекттар тарих, социаль, иҡтисади, нефть, газ һәм биотехнологиялар өлкәләренә ҡағыла. Фән менән шөғөлләнгән йәштәр араһындағы бәйге 2006 йылдан алып ойошторолоп килә. Быға тиклем 380-дән ашыу йәш белгес грант алған.

Икенсе сменала уҡыуҙы бөтөрөү өсөн Башҡортостанға федераль ҡаҙнанан 773 миллион һум аҡса бүленәсәк. Был күләм баш ҡалала ике мәктәпте төҙөп бөтөүгә йүнәлтелә. Улар Колгуев һәм Дим биҫтәләрендә урынлашҡан.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика