Аҙна яңылыҡтары. Был аҙнала иң ҡыҙыу бәхәс тыуҙырған яңылыҡ илдә аҙ балалыҡ өсөн һалым индереү тәҡдиме булғандыр

Аҙна яңылыҡтары. Был аҙнала иң ҡыҙыу бәхәс тыуҙырған яңылыҡ илдә аҙ балалыҡ өсөн һалым индереү тәҡдиме булғандыр 14.05.2017

Мөмкинлеге булып та бала тапмаған, бер бала менән генә сикләнгән ғаиләләрҙән  демография, миграция һәм төбәк үҫеше институты директоры Юрий Крупнов өҫтәмә һалым түләтергә кәңәш итә. Ошо рәүешле  күп балалы ғаиләләргә ярҙам итеү өсөн аҡса тупларға мөмкин, тип иҫәпләй ул. Йәғни, ишле ғаиләләргә аҙ балалылар иҫәбенә ярҙам итергә тәҡдим итә. Башланғыс, әлбиттә, уйланылмаған аҙым. Йәмғиәтте икегә бүлеүсе. Ә бына  күп балалы ғаиләләрҙең сатусын үҫтереү тураһындағы ниәтен хуплағанда ла була.

Мәҫәлән, бала тәрбиәләү өсөн бирелгән отпускты стажға ҡушырға тәҡдим итә, проект авторы. Хәйер, буйҙаҡтарҙан, балалары булмаған йәштәрҙән өҫтәмә һалым алыу элек тә булды. Советтар союзы тарҡалғас ҡына юҡҡа сыҡты был закон. Ул ғына ла түгел, әле лә бар ул бала юҡлығы өсөн түләүҙәр. Беҙ уны күрмәйбеҙ генә. Эштә бит бала үҫтереүселәр, буйҙаҡтарға ҡарағанда килемгә һалымды әҙерәк түләй. Тик уны Крупнов әфәнде шикелле бөтә ғаләмгә яңғыратып һөйләмәйҙәр. Шым ғына эш итһәләр, бәлки, беҙ һиҙмәй ҙә ҡалыр инек. Әгәр был закон проекты хуплау тапһа  йәмғиәттә ниндәй үҙгәрештәр көтә?
Һалымдарыңды түлә лә..тыныс йоҡла, тиер инең, бындай һалымды түләмәҫ өсөн, ғаиләләр бала һанын ишәйтеү тураһында уйланасаҡ... тигән фекерҙә ахыры, илдең демография, миграция һәм төбәк үҫеше институты башлығы Юрий Крупнов. Был аҙнала ул бер  балалы, йә бөтөнләй балаһыҙ ғаиләләргә һалым түләтеү кәрәклеге хаҡындағы тәҡдим менән сыҡты. Өфөлә йәшәүсе  Миләүшә менән Динар Торсонбаевтар меңдәрсә йәш ғаиләнең тормошо менән йәшәй. Ипотекаға фатир алғандар, тимер ат -кредитта, ғаилә бюджетын уйлап йәш әсә декрет ялынан һуң эшкә сыҡҡан.
Яңы проект халыҡ һанын ишәйтеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Һуңғы йылдарҙа  демография күрһәткестәре, ысынлап та, кәмеүгә таба бара. Башҡортостанда былтыр  52 меңдән ашыу сабый донъяға килгән. Был  2015 йыл менән сағыштырғанда,  4,8 процентҡа аҙыраҡ. «Әсәлек капиталы», республикала беренсе балаға 300 мең һум, ЭКО-ға квоталарҙы арттырыу  кеүек ярҙам менән дәүләт  хәлде яҡшыртыу юлдарын эҙләй.
Һәр яңылыҡ - онотолған иҫкелек. Совет заманында ла тап ошондай һалым түләү булған. 1941 йылда СССР-ҙың Юғары Советы Президиумы ҡарарына ярашлы, 20 йәштән 50 йәшкәсә ирҙәр һәм 20 -нән  45 йәшкә тиклемге кейәүҙәге ҡатын-ҡыҙҙар балаһы булмаһа, дәүләткә аҡса түләгән. Ул эш хаҡының 6 процентын тәшкил иткән. Әгәр эш хаҡы 70 һумдан түбән булһа, һалым ҡаралмаған. Программа СССР тарҡалғас юҡҡа сыҡҡан.   Демографтар  фекеренсә, 1941 йылда халыҡҡа  ундай һалым япһарыу  ике  маҡсатты тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән.
Аҙ балалы ғаиләләргә һалым - проекттың бер өлөшө генә. Юрий Крупнов ишле ғаиләләрҙә сабый һанына ҡарап айына уларға дәүләттән  25, 45, 100  мең һум аҡсалата түләүҙәр индереү хаҡында ла тәҡдим яһай. Йәмәғәт эшмәкәре Илдар Ғәбитов был фекер менән тулыһынса килешә.
Балаһыҙлыҡ  әгәр ҙә бәпес тәрбиәләргә теләмәүгә генә ҡайтып ҡалһа. Әлбиттә, заман шауҡымы менән чайлдфри төркөмөнә ҡараусы йәштәр барлыҡҡа килде. Улар балаһыҙ йәшәүҙе хуп күрә.  Әммә, теләп тә төрлө сәбәп буйынса бала табыу бәхетенә ирешә алмағандар бар. Социологтар республикала тикшереү үткәргән һәм улар һаны әллә ни күп түгел, ти Фәнил Сәйет улы.    
Әгәр ҙә тәҡдим  закон булып ҡабул ителһә, уның ниндәй эҙемтәләргә килтереүен тоҫмалларға була. Түбән эш хаҡы, торлаҡ һатып  алыу өсөн шарттарҙың үтә лә ҡатмарлы булыуы, көндән-көн үҫкән хаҡтар - йәмғиәттә күпселектең  ирәйеп йәшәү мөмкинлеген ҡыҫа. Иҡтисади тотороҡһоҙлоҡ ирҙәрҙе Себер ҡыуа, ҡатын-ҡыҙҙарҙы  көслө зат урынына егелеп эшләргә мәжбүр итә. Бындай шарттарҙа, әлбиттә, ишле ғаилә булдырыу тураһындағы пландар, йыш ҡына артҡы планға ҡала. Йәшерен-батырын түгел, уртаса ғаилә бюджетында  ниндәйҙер өҫтәмә һалым түгел, ә төп - күсемһеҙ милек, тимер ат өсөн  ҡаралған  һалымды  түләүгә лә аҡса еткерерлек түгел. Демографияны яҡшыртыуға иҫәпләнгән проект ғәмәлгә ашһа, сабыйҙар тыуырмы-юҡмы билдәһеҙ. Әлегә ул шау-шыу ғына тыуҙырҙы.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика